16 ноябрҙә Мәскәүҙә XVII “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форум майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Мовиста төркөмө” йәмғиәте директорҙары советы ағзаһы Михаил Хромов менән осрашты. Яҡтар Өфөлә трамвай системаһын комплекслы яңыртыу проектын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты. Төбәк етәксеһе ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “Мовиста төркөмө” йәмғиәте директорҙары советы ағзаһы Михаил Хромов хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул транспорт проектын концессия шарттарында әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу буйынса артабанғы эшмәкәрлекте күҙ уңында тота. -Беҙ Өфө трамвай линияларының көньяҡ өлөшөн яңыртырға ҡарар иттек. Был Революция һәм Аксаков урамдары районы. Бөгөн берлектәге эштең “юл картаһын” раҫланыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Килешеү ете миллиард һумлыҡ федераль капиталь грант булғас ҡына эшләй башлаясаҡ. Беҙгә Рәсәй Хөкүмәте менән етди эш башҡарырға тура киләсәк. Илдә трамвай юлдарын яңыртыу буйынса барған икенсе тулҡынға эләгербеҙ тип ышанам. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/172070.html