Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров һәм Канат Шарлапаев Башҡортостан предприятиелары етәкселәре менән осрашты

23 ноябрҙә “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстандың сәнәғәт министры Канат Шарлапаев республиканың предприятие етәкселәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ябай булмаған шарттарҙа ла Башҡортостанда 2024 йылға сәнәғәт һәм бизнес өсөн дәртләндереүгә финанс ҡаралыуы хаҡында белдерҙе. Ҡаҙағстан министры әйтеүенсә, Башҡортостан улар өсөн мәҙәни яҡтан яҡын төбәк булып тора. Ул инвесторҙарға тәҡдим ителгән дәүләт ярҙамы тураһында ла һөйләне. -Беҙ яҡын ятҡан Рәсәй төбәктәре менән эшләргә тырышабыҙ. Башҡортостан эшҡыуарлығы вәкилдәрен яҡшы шарттар менән тәьмин итергә әҙербеҙ, - тине Канат Шарлапаев. Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисадты үҫтереү һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Башҡортостанда сәнәғәт кооперацияһына ҙур иғтибар бүлеүҙәре хаҡында һөйләне. Өфө “Медстальконструкция” предприятиеһы директоры урынбаҫары Дмитрий Илаш компанияның 10 йыл инде Ҡаҙағстан менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләне. Башҡа предприятие етәкселәре лә был ил менән хеҙмәттәшлектең ҡыҙыҡһындырыуы хаҡында белдерҙе. Осрашыу һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан делегацияһына Халыҡ-ара бизнес аҙналығында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/172308.html

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц