Өфө дәүләт нефть техник университетының углерод эҙен мониторинглау һәм контролдә тотоу лабораторияһы парник газдары сығарыуҙы контролдә тотоу системаһын булдыра. Лаборатория белгестәре билдәләүенсә, Башҡортостанда уртаса йыллыҡ һауа температураһы һәр ун йыллыҡҡа ҡарата 0,340С тиҙлектә арта бара. Әгәр 1961 йылдан 1990 йылға тиклем уртаса йыллыҡ температураның климат нормаһы 2,40С тәшкил итһә, 1991 йылдан 2020 йылғаса ул 3,50С күрһәткесенә еткән. ӨДНТУ-ның декарбонизация технологиялары үҙәгенең углерод эҙен мониторинглау һәм контролдә тотоу лабораторияһы климаттағы үҙгәрештәрҙе комплекслы тикшереү һәм декарбонизация алымдары эҙләү менән шөғөлләнә. Лабораториялағы ҡорамалдар белгестәргә климаттағы глобаль үҙгәрештәрҙе тикшереүҙең яңы алымдарын ҡулланырға, уларҙы республиканың экосистемаһында һынап ҡарарға, ҙурыраҡ биләмәләргә таратырға булышлыҡ итә. Сығанаҡ һәм фото: vk.com/bashkortostan_gov