Сәстәре салланһа ла, мул тормош тәжрибәһе туплаған был олатайҙарҙың егеттәрсә шуҡлыҡты һәм шаянлыҡты һаҡлай алыуы, “Супер олатай-23” конкурсында ҡатнашып, ижади һәләтлектә, зирәклектә һәм отҡорлоҡта ярышыуы һоҡланғыс күренеш булды, тип яҙа “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите. Алты олатайҙың да ғаилә ағзаларынан, ейәндәрҙән торған берҙәм командаһы ярышты йәнләндерергә ярҙам итте, визит карточкаһын да улар эшләне. Өләсәйҙәр йәмле табын ойошторҙо, ҡул эштәре күргәҙмәһен әҙерләне, ә олатайҙар районда үҙҙәренең иң һәләтле, иң әүҙем, иң аҡыллы һәм ғаиләһен яратҡандар икәнлеген раҫланы. Гран-приға Абзай ауылынан Фаил Хәкимов лайыҡ булды. Ейәндәре олаталары менән бергәләп моряктар бейеүен башҡарҙы, таҡмаҡтары менән тамашасыларҙың күңелен асты. Яуын ауылынан Дим Ғимашев ысын ирҙәргә хас булғанса етмеш һөнәргә эйә булыуын раҫлап, ”Традицияларҙы һаҡлаусы” номинацияһында еңеү яуланы. Йосоптан Зарифйән Мәғәфүров “Иң оҫта артист”, Туғыҙлынан Ринат Ғәләүетдинов –“Көлкө оҫтаһы”, Ҡурғаштан Рәмил Яҡупов –”Оҫта ҡулдар”, Вәкийәрҙән Марат Сәйфуллин “Мәҙәксе олатай” номинацияларында призға лайыҡ булды. Сөмбөл Исмәғилева фотолары. https://nashikigi.ru/news/novosti/2023-10-27/v-kiginskom-rayone-sostoyalsya-konkurs-sredi-dedushek-3495156