Эшселәр кәрәк
Башҡортостан белем биреү учреждениеларының Двигателдәр эшләүсе берләшкән компанияны кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлегенә “Ростех” дәүләт корпорацияһы индустриаль директоры Анатолий Сердюков юғары баһа бирҙе. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе газ турбиналы двигателдәр етештереү күләмен арттыра, ошо уңайҙан квалификациялы белгестәр ҙә күберәк талап ителә. Уларҙы Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары әҙерләй, кадрҙар тәьминәтенә Ростехтың моторҙар эшләү берекмәһе нигеҙендә асылған етештереү-уҡытыу үҙәге лә булышлыҡ итә, тип белдерҙе Анатолий Сердюков. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең юл картаһы хеҙмәт коллективы һанының артабан үҫешен күҙ уңында тота. Идарасы директор белдереүенсә, әле предприятиела 25 меңдән ашыу кеше эшләй. Уртаса хеҙмәт хаҡы 98 мең һум. Евгений СемивелИченко төбәктең һөнәри белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек йәһәтенән үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә колледждарҙа машиналар төҙөү профилендәге һөнәрҙәргә ҡабул итеүҙең контроль һандарын арттырыу мөмкинлеген табырға, шулай уҡ белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһенә мәшғүллек хеҙмәттәрен йәлеп итергә ҡушты.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».