“Экология” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экология”) “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында Дәүләкән районында 30 мең төп ылыҫлы ағас ултыртылды. Был турала төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Сарала шулай уҡ “Башнефть-Добыча” хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Улар ағас үҫентеләрен “Асылыкүл” тәбиғәт паркында ултыртты. Күл эргәһенең быға тиклем буш ултырған биләмәһендә хәҙер 7,5 гектарҙа йәшеллек хасил буласаҡ. Ултыртыу өсөн отошло булған урынды Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биология институты эксперттары билдәләгән. Был тәбиғәт паркы биләмәһендә ағастар ултыртыу күлдең гидрологик режимын тергеҙеү өсөн ыңғай шарттар булдыра. Яңы урман биләмәне ҡар осоуынан һаҡлаясаҡ, был иһә шишмәләрҙең ҡороуына юл ҡуймай. “Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәлеген күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото Башҡортостандың рәсми порталынан алынды.