М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективының бер төркөмө әлеге көндә Венгрияла сәфәрҙә. Унда X Театр олимпиадаһы бара. Данлы театрыбыҙ был күләмле халыҡ-ара сарала бөтә Рәсәй исеменән сығыш яһау хоҡуғын яуланы, тип хәбәр иткәйнек. Сәфәрҙәгеләр Венгриялағы ижади сәйәхәттәре менән таныштырып тора. Бына уларҙан ике матур видео (уларҙы "Бәйләнештә"ге ("ВКонтакте") төркөмөбөҙҙә https://vk.com/gazetabashkortostan ҡарағыҙ). Беренсеһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнис Рәхмәтов Венгрия Парламенты бинаһы алдында "Боронғо һалдат маршы"н уйнай. Икенсеһендә артистарыбыҙ Дунай ярында тороп, "Дунай" башҡорт халыҡ йырын башҡара. Ай, Дунайҙа айлы кистә һыу эсерҙем аттарға, Ай, Дунайҙа айлы кистә һыу эсерҙем аттарға. Ай ҡояшҡа әйләнде бит, Һин килгәс был яҡтарға... Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Видео: М.Ғафури исемендәге БДАДТ. Ф.Рәхмәтов ҡурайҙа уйнай, Дунай буйҙары - видеонан скриншот; ҡалған фотолар - Хөрмәт Үтәшевтең сәхифәһенән.