"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкына хеҙмәт итергә тағы бер ижади кеше килгән. Ул да булһа Ҡариҙел районынан йырсы, төрлө республика һәм төбәк-ара йыр конкурстары һәм фестивалдәре еңеүсеһе Марсель Фәрхетдинов. Был турала “Башҡорт батальоны” телеграм-каналы хәбәр итә. Быйыл йәй уртаһында Марсель махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға теләктәшлек күрһәтеп “Әгәр мин ҡайтһам” тигән йыр яҙҙырғайны. Ә яңыраҡ ҡына ул доброволец булараҡ контрактҡа ҡул ҡуйған һәм “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә башлаған. Ошо көндәрҙә ул хеҙмәттәштәре өсөн бәләкәй генә концерт та ҡуйып, егеттәрҙең хәрби рухын күтәргән. Афарин, егеттәр! Уңыштар! Фото: "Башҡорт батальоны" телеграм-каналынан скриншот.