Найти тему
Башкортостан 24

Күсеп килеүселәр нисек йәшәй?

   Күсеп килеүселәр нисек йәшәй?
Күсеп килеүселәр нисек йәшәй?

Күсеп килеүселәр нисек йәшәй?

Башҡортостанға Луганск, Донецк Халыҡ Республикалары, Запорожье менән Херсон өлкәләренән күсеп килеп йәшәүселәр мең ярым кешегә етте. Уларҙың байтағы ваҡытлыса торлаҡ урындары менән тәьмин ителеп, Рәсәй паспортына эйә. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин сюжеты. Бәйләнештә Донецк. Был ҡаланы даими утҡа тотоу арҡаһында урындағы бөтә мәктәптәр белем биреүҙе он-лайн форматта алып бара. Шуға ла, Виктор башҡа синыфташтары кеүек дөйөм шарттарҙа уҡый. Тиҫтерҙәре тыуған ерендә, ә ул Башҡортостанда йәшәһә лә, үҫмер урындағы мәктәпкә барырға ашыҡмай. Боровиктарҙың ғаилә башлығы эштә, ә хужабикә көндәлек мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Башҡортостандағы пунктта был ғаилә уҙған ҡыштан бирле һыйыныр урын тапҡан. Һуғыш арҡаһында үҙҙәренең емерек йорто, ватыҡ тәҙрәләр, ут-һыуһыҙ уҙған аҙналар- айҙар һаман иҫтә. Боровиктар Донецкийға ҡайтырға ынтылмай. Херсондан Башҡортостанға килгән Дмитриевтар ғаиләһендә өс бала. Алыҫта ҡалған тыуған ерҙән улар үҙҙәре менән бесәйҙәрен дә алырға форсат таба. Өфөгә тиклем поездға билетты уларға ирекмәндәр юллаған. Дмитриевтар хәҙер бер йыл атыу, шартлау тауыштарынан азат йәшәй. Махсус хәрби операция башланғандан алып, мәжбүри күсеүселәр өсөн республикала ваҡытлыса 4 пункт асылғайны. Элекке ял йорттары ошондай граждандар өсөн икенсе өйҙәренә әйләнде. “Речные зори” шифаханаһы ла хәҙер мәжбүри күсеүселәр ҡарамағында.Көндөҙ өлкәндәр эштә, балалар уҡыуҙа булһа, иң кескәйҙәр өсөн айырым баҡса бар. Бындағы берҙә-бер төркөмдә эшләгән тәрбиәсе лә Бахмуттан — Виктория Костина.Өлкәндәр өсөн иң ҙур ҡыуаныстарҙың береһе – балаларының тыныс тормошҡа өйрәнеп, яңы һүҙҙәр, мөхит менән танышыуында. Сабыйҙар йәнә уҡыу, уйын менән мәшғүл. Ғәҙәти һәм ябай тормош мәжбүри күсеүселәрҙеү мәңгелек хыялы.

Смотрите видео

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».