Ошо ваҡиға айҡанлы 2023 йылда Президент яңы байрамды – Рәсәй Федерацияһына яңы төбәктәр ҡушылыу көнөн булдырҙы. Махсус хәрби операция сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” әүҙем ярҙам күрһәтә. Дәүләт думаһында партия фракцияһы Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи өлкәһенә закондар сығарыу интеграцияһын тәьмин итте. – Беҙҙең яңы төбәктәрҙә йәшәүселәр һәр ваҡыт үҙҙәрен Рәсәй менән бәйләне. Улар тарихи ғәҙеллекте тергеҙеүҙе күптән көттө. Илебеҙ өсөн ғәҙәти булған хәлдәр Донбасста сикле ине. Ә хәҙер иһә кешеләрҙең тормош сифаты яҡшыра, яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин. Партия халыҡҡа ярҙам итеүен, атап әйткәндә, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. –Ошо ваҡыт эсендә беҙ 76 мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам алып барҙыҡ. Дүрт төбәктә лә уны таратыу пункттары даими эшләй, ә Луганск Халыҡ Республикаһында өҫтәмә майҙансыҡтар ҙа ойошторолдо. Беҙ беренселәрҙән булып төбәк, урындағы һәм беренсел бүлексәләр селтәрен булдырҙыҡ. Хәҙер яңы субъекттарҙа “Берҙәм Рәсәй” ағзаларының дөйөм һаны 160 мең кешенән ашып китте. Халыҡ программаһы буйынса һәм төбәк-шефтар ярҙамында мәктәптәр, дауаханалар, юлдар, йорттар, балалар майҙансыҡтары төҙөлә һәм ремонтлана. Партия проекттары ҡатнашлығында спорт залдары асыла. Инфраструктураны тергеҙеү, кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса бөтә эш – беҙҙең өҫтөнлөк. Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең яңы төбәктәрҙә сәнәғәт парктарын булдырыуҙы еңеләйткән, тиҙләткән закон проектын ҡабул итте, – тине Александр Сидякин. Башҡортостан бер нисә йыл дауамында Рәсәйҙең яңы төбәктәренә әүҙем ярҙам итә. Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операция сиктәрендә йөкмәтелгән бурыстар, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, илебеҙҙең яңы төбәктәренә ярҙам тулы күләмдә үтәлә. – Ысынында илебеҙ һәм ошо дүрт биләмәлә йәшәгән кешеләр тарихында иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булды, тип иҫәпләйем. Бер йыл элек улар бөйөк держава составына инде. Иң мөһиме, улар бының өсөн көрәште. Тарихи ғәҙеллек тантана итте, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Фото: bashkortostan.er.ru