Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әсәй үлгәс...

Бәхетле бала сағым алты йәшемдә селпәрәмә килде. Ике ай сирләп ятҡандан һуң әсәйем үлде. Ашҡаҙанында яман шеш булған... Балалығым менән үҙемдең етем ҡалғанымды бик аңламағанмын да башта. Әсәйемде ерләгәс, атайым менән икәү йәшәй башланыҡ. Тик атайым яңғыҙы оҙаҡ йонсоманы. Ярты йыл да үтмәне, яңы ҡатын алып ҡайтты. Уға “әсәй” тип әйтергә ҡушты. Был тәкәббер, һауалы ҡатынға әсәй түгел, апай тип тә әйтергә телем әйләнмәне. Атайыма үпкәләп тә ҡараным, тик фәтүә сыҡманы. Улар күп тә тормай рәсми өйләнеште. Туйҙы ҡабаландырыуҙары тиккә түгел – үгәй әсәйем ауырлы булған икән. Һеңлем тыуҙы. Һигеҙ йәш тә тулмағайны миңә. Тәүҙә ул балаға ҡыҙыҡһынып ҡарай инем. Әммә өлкәндәрҙең Гөлфирәгә мөнәсәбәтен күреп, тиҙ һыуындым. Айырыуса атайыма аптырай инем: мине бөтөнләй онотто, башкөллө бәпескә бирелде. Үҫә килә был айырыу нығыраҡ һиҙелде. Миңә бер нәмә лә алмайҙар, ә уға һәр ваҡыт иң яҡшыһы. Атайым мине йышыраҡ әрләй, битәрләй башланы. Шул тиклем үпкәләй инем уға. Илап үткәргән төндәрем йышайҙы. Үгәй әсәйемә килгәндә, ул битәрләмәне, әрләмәне, туҡмаманы. Ул миңә ҡарата битараф ине. Бармы мин, юҡмы - уға барыбер. Атайым янында һандуғастай һайрай һәм үҙенең балаһын иҫе китеп ярата, ә мине күрмәй. Асмы-туҡмы, уҡыуым яҡшымы, өҫтөм бөтөнмө-түгелме – уйлап та бирмәй. Тора-бара мине Гөлфирәнең ҡолона әйләндерҙеләр. Ҡарашыу, ашатыу, уйнатыу, аҙағыраҡ дәрестәрен эшләшеү, мәктәпкә йөрөтөү... Дуҫтарым менән осрашырға ярамай, һеңлемде ҡарарға кәрәк. Яңы әйбер алып бирмәйҙәр – гел Гөлфирәгә. Ярар инде үгәй әсәй, мин уға ят кеше. Уның битарафлығын аңларға була. Тик бына атайымдың ҡыланышы бөтөнләй башыма һыймай. Ирҙәр баланы әсәһен яратҡан саҡта ғына ярата тигәне ошо буламы икән? Улар ҙа бит әсәйем менән яратышып өйләнешкән, татыу инеләр. Атайымдың мине яратҡанын, күтәреп йөрөгәнен, тәмлекәстәр менән һыйлағанын иҫләйем. Ни эшләп әсәйем үлгәс ул мине онотто? 14 йәшемдә мине әсәйем яғынан өләсәйемә бирҙеләр. Шул саҡта ғына бәхетле һәм тыныс йәшәй башланым. Өләсәйем күңел йылыһын йәлләмәне, етем итмәҫкә тырышты. Ниңә мине әсәйем үлгәс тә уға бирмәнеләр икән? Һыныҡ күңелле булып үҫмәҫ инем. “Кешенән оялды”, тине өләсәйем. Әле миңә 32 йәш. Күптән үҙ ғаиләм, балаларым бар. Тик һеңлемә булған үпкәм тыныс йәшәргә бирмәй. Атайым менән аралашмайым, уға был кәрәк тә түгел. Һеңлем килеп һөйләшеп ҡарай, тик уға күңелем иремәй. Бәхетһеҙ бала сағымда уның ғәйебе булмағанын да аңлайым да бит, тик үҙем менән бер нәмә лә эшләй алмайым. Әллә психологка барып ҡарарғамы икән? Бындай йөк менән йәшәүе күтәргеһеҙ ауыр... Фото:социаль селтәрҙәр.