Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы белгестәре ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән берлектә, эшҡыуарҙарҙы ла йыйып, кәңәшмә үткәргән. Ул видеоконференция форматында ойошторолған, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу мәсьәләләре тураһында һүҙ барған. Һөйләшеүҙә туғыҙ ойошма һәм шәхси эшҡыуарлыҡ етәкселәре, шуның бишәүһе инвестор-төҙөүсе, шулай уҡ Өфө, Октябрьский, Туймазы, Межгорье ҡалаларының, Ауырғазы районының, Шишмә ҡасабаһының алты һыу үткәреү-канализация селтәре вәкилдәре ҡатнашҡан. – Беҙгә бизнес-ойошма вәкилдәре менән даими бәйләнештә тороу мөһим, – тип һөйләй Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов. – Инженер селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса күрһәткән хеҙмәттәр йәһәтенән, инвесторҙың сифатты нисек баһалауы ҡиммәт, беҙгә бына шуны белергә кәрәк. Кәңәшмәнең һәм осрашыуҙың маҡсаты – сығыш яһаусыларҙы һәм идея еткереүселәрҙе тыңлау. Ҡыҫҡаһы, ошо эште башынан аҙағынаса камиллаштыра алабыҙ. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.