"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә барған "Тел һаҡсылары" конкурсында ҡатнашҡан сираттағы бәйгесе менән таныштырабыҙ: Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина. Флүрә һәм Сәхиулла Ҡунафиндарҙың ғаиләһендә алтынсы бала булып буй еткерә ул. Арҙаҡлы шәхестәр нәҫеле булыуы менән сикһеҙ ғорурлана. – Атай-әсәйемдән телемде, еремде яратырға, хеҙмәт һөйөргә һәм тырыш булырға өйрәндем. Уңған, белемле, изге күңелле апай-ағайҙарымдан йомартлыҡ, эшһөйәрлелек сифаттары алдым, - ти Эльвера Сәхиулла ҡыҙы. - Эйе, беҙ, ғаиләләге алты бала, ата-әсәйебеҙ менән бергә эшләп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, эшһөйәр булып үҫтек. Атайым менән әсәйем беҙҙе ғәҙел, намыҫлы итеп үҫтерҙе. Ғаиләлә китап уҡыу, уҡығандан һуң фекер алышыу беренсе урында торҙо. Тәрбиә ғаиләнән башлана, тигәндәй, шөкөр, һәр беребеҙ тәрбиәле, уҡыуға отҡор, зирәк, аҡыллы булып үҫтек. Ата-әсә фатихаһын алып, барыбыҙ ҙа юғары уҡыу йорттарында уҡып, күңелебеҙгә яҡын һөнәрҙе алдыҡ. Хәҙер, уларҙың алты балаһы ла, республиканың төрлө тарафтарында яратҡан һөнәребеҙ буйынса эшләп йөрөйбөҙ, ә байрам-ялдарҙа ауылда гөрләтеп донъя көткән ғәзиз кешебеҙ − әсәйебеҙ янына йыйылабыҙ. Эльвера Сәхиулла ҡыҙының белем биреү өлкәһендә эшләүенә 28-се йыл. Ул йәш быуынға туған телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ серҙәрен төшөндөрә. Шулай уҡ үҙенең яратҡан Х класс уҡыусыларының класс етәксеһе лә булып тора. Уҡытыусының дәрестәре уҡыусыларҙың йәш һәм шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, методик яҡтан грамоталы төҙөлөүе менән бик отошло. Ул дәрестең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ҡарап төрлө ысулдар һәм саралар ҡуллана, эш барышында яҡшы психологик мөхит хөкөм һөрә, уҡыусылары дәрестә бик әүҙемдәр. Уҡыусылары йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың республика этабы призерҙары була. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында Х класс уҡыусыһы Азалия Әсәнова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы призеры, ә V класс уҡыусыһы Зәйнетдинова Наҙгөл башҡорт теленән республика кимәлендә үткән Гагарин Кубогы олимпиадаһында еңеүсе булған. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә булыр ине. Уҡыусылары Эльвера Сәхиулла ҡыҙы тураһында тик йылы хис-тойғоларын ғына еткерә: “Уҡытыусыбыҙ беҙҙең тормошта ҙур роль уйнай. Эльвера Сәхиулла ҡыҙы – ябай, яғымлы һәм изге күңелле остаз ул. Шуғалыр ҙа беҙ, уҡыусылары, уның матур өлгөһөндә ҡанатланып уҡыйбыҙ һәм тик алға ғына ынтылабыҙ. Уҡытыусыбыҙға бәхет, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ”, - тиҙәр. Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се күрсында уҡып йөрөгән ҡыҙы Лилиә лә әсәһенең өмөттәрен аҡлай. Уҡыуҙа тырыш, оҫта бейеүсе, йорт эштәрендә беренсе ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, тормошоноң йәме һәм яҡты киләсәге ул. Әсә кеше өсөн ошонан да олораҡ бәхет бармы икән?! Кешеләрҙе шатландырып, матурлыҡтан йәм табып, яҡындарының уңышына шатланып, тормоштан бәхет табып йәшәй Эльвера Сәхиулла ҡыҙы. Үҙен бәхетле итеп тойған кеше генә башҡаларға бәхет өләшә ала. Бергә эшләгән коллегаларының ихтирамына, уҡыусыларының хөрмәтенә, туғандарының яратыуына лайыҡ булған, үҙ һөнәрен, үҙ урынын тапҡан, киң эрудициялы, юғары әхлаҡлы, бар яҡлап та уңған Эльвера Сәхиулла ҡыҙына артабан да эшендә ижади уңыштар, ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ! Фотолар Э. Ҡунафинаның шәхси альбомынан.