Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Бала саҡтан "тәрбиәсе" булдым"

“Балалар менән эшләүҙән, көнө буйы улар менән мәж килеүҙән кинәнес табам. Өйрәткәнемде отоп алһалар, башҡортса матур итеп шиғыр һөйләп, йырлаһалар, шул тиклем ныҡ ҡыуанам. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреүҙән дә ҙур кинәнес юҡтыр”, – ти Өфө ҡалаһының 51-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Шәүрә Ярмуллина. Ул сығышы менән Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылынан. – Ғаиләлә өс бала үҫтек. Бәләкәй генә сағымдан уҡ “тәрбиәсе” булғанмын икән, тип уйлап ҡуям хәҙер. Туғандарҙың, күршеләрҙең балаларын һәр саҡ мин ҡараным. Ете генә айлыҡ сабыйҙарын 13 йәшлек ҡыҙға ярты көнгә ҡалдырып киткәндәр икән, тимәк, бик яҡшы итеп, яуаплы ҡарағанмын. Бәпестәрҙе шул тиклем ярата торғайным. Әле лә шулай: ҡайҙа ғына булһам да, һәр ваҡыт бәләкәстәр минең тирәлә урала, килергә ынтылып ҡына тора, – ти Шәүрә Ярмуллина. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаһа ла, ул эшкә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына килә. Әле – Өфөләге 51-се башҡорт балалар баҡсаһының юғары категориялы тәрбиәсеһе. – Беҙҙең коллектив шул ҡәҙәр тырыш, рухлы, һәләтле. Район, республика кимәлендә үткән бер саранан да ситтә ҡалмайбыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел уҙған “Әйҙә уйнарға” фестивалендә күргәҙмәлә ҡатнаштыҡ, селтәр эшләү, янсыҡ сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек, – ти һөнәрен мөкиббән яратҡан тәрбиәсе. – Республикала даими уҙғарылып килгән “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Илһам” конкурстарында беҙҙең балалар йыл да призлы урын яулай. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ: төрлө оҫталыҡ кластары, көҙгө йәрминкә, ағас ултыртыу һәм башҡа бихисап файҙалы эштәрҙе бергәләп үткәрәбеҙ. 51-се башҡорт балалар баҡсаһы бүтән мәғариф ойошмалары менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары менән бергә “Серле өндәр донъяһында” тип аталған методик ҡулланма һәм эш дәфтәре әҙерләп сығарғандар. Улар буйынса тап бөгөн балалар баҡсаһында БДПУ педагогтары, студенттары ҡатнашлығында асыҡ дәрес уҙғарылған. “Ғөмүмән, беҙҙә төрлө саралар даими үткәрелә, – ти тәрбиәсе. – Үҙем милли байрамдар, йолаларыбыҙға бәйле бай йөкмәткеле саралар ойошторорға яратам. Шул тиклем милли кейем яҡын миңә, мөмкинлек булһа, гел кейеп йөрөр инем. Балалар баҡсаһында башҡорт телендә үткән сараларҙы һәр саҡ ышанып тапшыралар. Аҡыллы, рухлы етәксебеҙ Гүзәл Яныбай ҡыҙы менән эшләүе шундай рәхәт”. Өйҙә иһә ире Сәлмән Шакирйән улына ныҡлы терәк-таяныс, ике ҡыҙы менән улына хәстәрлекле, наҙлы әсәй ул. “Һәр балаға яратып, һөйөп ҡарарға, ихлас булырға кәрәк. Һөҙөмтәлә улар ҙа һиңә тап шулай яуап бирәсәк”, ти Өфө ҡалаһы хакимиәтенең, республика Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булған тәжрибәле, абруйлы тәрбиәсе. "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фотолар Ш. Ярмуллинаның шәхси архивынан алынды.