Ошо көндәрҙә халҡыбыҙ тағы ла оло юғалтыу кисерҙе – махсус хәрби операцияла хәрби табип Рәзиф Рәзих улы Шөғәйепов һәләк булды. Ул хәрби хәрәкәттәр барышында яралыларҙы эвакуациялағанда һәләк була. Уны тыуған ерендә – Белорет районының Ғәбдүк ауылында һуңғы юлға оҙаттылар. Рәзиф 1996 йылда Ғәбдүк ауылында тыуған. Тәүҙә ауыл мәктәбендә, һуңынан Белорет лицей-интернатында уҡый. Санкт-Петербург ҡалаһындағы С.М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһын тамамлаған. Ғаилә ҡора, ҡатыны менән Сахалин өлкәһенә хәрби часҡа эшкә ебәрелә. Артиллерия дивизионында фельдшер, өлкән прапорщик булып хеҙмәт итә. 2022 йылдың июлендә махсус хәрби операцияға китә. Уны һуңғы юлға оҙатырға килгән иптәштәре Рәзиф тураһында: “Яҡшы кеше булды!” – тип уртаҡлашҡан. – Рәзиф һәр ваҡыт яҡындарына ярҙам итте, бер кемгә лә яуызлыҡ эшләмәне, йырларға һәм бейергә яратты, алсаҡ һәм ярҙамсыл кеше булды, - ти уның ҡатыны һәм һеңлеһе. Ошондай батыр һәм ҡыйыу йөрәкле егеттәр менән хушлашыу бигерәк ауыр. Хеҙмәт итеү осоронда Рәзиф тиҫтәләгән кеше ғүмерен ҡотҡарған.... Рәзиф Рәзих улы дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнгән: Батырлыҡ ордены, "Үлеп барыусыны ҡотҡарған өсөн" миҙалы, "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" һәм "Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн" миҙалдары. Рәзиф Шөғәйеповтың туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: vk.com/ivaniutaandrei