Башҡортостан, “Мәктәп туризмы” программаһын финанслау күләме буйынса алдынғыларҙың береһе булараҡ, федераль ҡаҙнанан 7,5 миллион һум алды. Был аҡса быйыл программала ҡатнашыусыларҙы арттырыу өсөн бирелде. Быға өҫтәмә итеп республика ҡаҙнаһы ла өс миллион һум бүләсәк. Грант ярҙамын арттырыу республиканың “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы арҡаһында мөмкин булды. “Беҙҙең төбәк мәктәп туризмы программаһы өсөн бүленгән аҡса күләме буйынса Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында тора. Өҫтәмә ярҙам тағы ла 1503 уҡыусы өсөн бушлай сәйәхәттәр ойоштороу форсаты бирә”, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.