6 сентябрҙә Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһын тамамлаған Руслан Поповҡа арналған "Герой партаһы" асыу тантанаһы үтте. Был сарала яугирҙең ата-әсәһе – Светлана Фәниз ҡыҙы менән Игорь Евгеньевич Поповтар ҡатнашты. Сара ваҡытында уҡытыусылар Русландың бала саҡтан хәрби хеҙмәткәр булырға хыялланыуын иҫкә алды. Бигерәк тә Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресен ярата егет. XI класта Сорғот ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында әлеге предмет буйынса икенсе урын яулай. Руслан Попов Ватанға хеҙмәт итеү юлын һайлай. Бер йыл Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында белем алғас, үҙ теләге менән армияға китә. Хеҙмәт юлын Севастополдә башлай, артабан Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең оператив тәғәйенләнештәге 34-се айырым бригадаһы бүлексәһе командиры була. Руслан Төньяҡ Кавказда Росгвардияның оператив тәғәйенләнештәге батальоны бүлексәһе менән командалыҡ итә. Өс тапҡыр Сүриәгә командировкаға ебәрелә. 2022 йылдың майынан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Руслан Попов 2023 йылдың 13 июлендә хәрби бурысын аҙағына тиклем үтәп, Ватанға биргән антына тоғро ҡалып, һәләк була. Хеҙмәт йылдары өсөн Руслан Попов Батырлыҡ ордены, Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн”, “Сүриә Ғәрәп Республикаһында тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнашҡан өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары, икенсе Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов ордены (үлгәндән һуң) менән бүләкләнә. – Уның лидерлыҡ сифаттары булды. Ул бер ҡасан да башҡаларға тауышын күтәрмәне, әммә үҙенең талапсанлығы һәм тәртипле булыуы менән класты туплап торҙо, уға башҡа балалар ҙа тартылды. Руслан үҙ аллы эшләй алды, уға бары йүнәлеш күрһәтеп ебәрергә кәрәк ине. Китаптар уҡырға, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға һәм һуңынан ҡыҙыҡлы һорауҙар бирергә яратты, бының менән ҡайһы берҙә уҡытыусыларҙы аптырашта ла ҡалдыра ине. Әммә ул бер ҡасан да үҙенең белеме менән маҡтанманы, һәр ваҡыт башҡаларға ярҙам итте һәм кәңәш бирҙе, – тип иҫкә алды уҡыусыһын Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Иван Сиваков. 2022 йылдың майынан Руслан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уларҙың отряды мөһим һәм бик хәүефле хәрби бурысты үтәй: дошмандың тәрән тылына разведкаға йөрөй. Беренсе Батырлыҡ орденын яҡташыбыҙ тере сағында алған. – Март аҙағында отпускыға ҡайтты. Шунда ул Батырлыҡ ордены менән бүләкләүҙәрен әйтте. Мин беләм, был етди награда, ил Президенты тарафынан бирелә. Һуңынан хеҙмәттәштәренән дошман менән ҡаты алыш булғанын белдек. Руслан иптәштәрен ҡотҡарған. Улар разведкала була һәм утҡа эләгә. Ул яралы командирҙы һәм водителде алып сыға", – тип һөйләне Игорь Евгеньевич. Икенсе Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов ордены менән Попов үлгәндән һуң бүләкләнә. 2023 йылдың 13 июлендә Руслан хәрби задание үтәгән саҡта беренсе булып бара, тирә-яҡ миналанған була. Егеттәр дошмандың терәк пунктын таба. Өсәүһе лә шунда бәреп инә һәм дошманды юҡ итә. Әммә эргәлә тағы бер маскировкалы пункт булған. Унан беҙҙекеләргә ауыр орудиенан ата башлайҙар. Беренсе булып Руслан, унан һуң дуҫы Дмитрий һәләк була. Руслан Попов ғүмер буйы офицер булырға хыялланған, үлгәндән һуң уға офицер званиеһы бирелгән. “Әлбиттә, бер яҡтан, беҙгә хәҙер бик ауыр, әммә, икенсе яҡтан, улыбыҙ өсөн ғорурланабыҙ”, – ти Игорь Попов. Руслан Попов Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән. Хәҙер ҡыйыу яугиргә үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреү мәсьәләһе хәл ителә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: ufacity.info, Башинформ.