Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде …Ғилми йәнле шағирә һин, Шиғри йәнле ғалимә. Һинең кеүек илһамиә – Нағыш тыуған илемә! – тип яҙғайны шағирә һәм ғалимә Олеся Әхмәтрәхимоваға бағышланған бер шиғырында уның ҡәләмдәше Ринат Сөләймәнов. Эйе, тәүге ҡарашҡа ҡапма-ҡаршы тойолған ике ижади йөктө бер юлы артмаҡлап, милли рухиәтте бар һәләте һәм дарманы менән һаҡлауға һәм үҫтереүгә тотонған ныҡышмал, дәртле зыялы ҡыҙ хөрмәт үә һоҡланыу тойғолары уятмай ҡалмай. Ике өлкәлә лә етди һәм ышаныслы аҙымдар яһап, ярайһы уҡ үрҙәр яулап өлгөргән бит ул: шағирә булараҡ – ике китап авторы, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014 йыл), ғалимә сифатында – байтаҡ фәнни мәҡәләләр, монография, методик ҡулланмалар баҫтырыусы, халыҡ әкиәттәре йыйынтығын төҙөүсе, филология фәндәре кандидаты (2018), Өфө университеттарында өлкән уҡытыусы. Тыуған ерҙән һут алып Олеся Әхмәтрәхимова – Дәүләкән районы ҡыҙы. Рухи мираҫ ынйыларына бай төбәктә, “Заятүләк менән Һыуһылыу” ерендә, өләсәһенең әкиәттәрендә тәрбиәләнеп, мәҙәниәт һәм мәғрифәткә бәйле булған зыялылар ғаиләһендә үҫә Олеся. Ошо юғары зауыҡлы тәрбиә уның тормош юлын билдәләй, шәхси үҫешенә ҡанат ҡуя. Халыҡ ижадына, туған телгә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөүе уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Бында ул рухиәт даръяһына башкөллө сумып, ғалимдар, әҙиптәр мөхитендә ҡайнап, шиғриәт һәм ғилем юлдарында тәүге аҙымдарын яһай. Олеся Әхмәтрәхимова бик тырыш һәм яҡшы уҡыған студент булды, тип хәтерләй уҡытыусылары. Уҡыуҙы тамамлағансы ул башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы эргәһендәге “Шоңҡар” әҙәби-ижади берекмәһенең эшендә әүҙем ҡатнаша. Бер үк ваҡытта үҙенең тыуған районы менән дә ижади бәйләнешен өҙмәй. Ә.Хәкимов исемендәге “Дим”әҙәби берекмәһенең ағзаһы булараҡ, ”Дим тулҡындары”, “Йөрәктәр аһәңе”, “Йәйғор”, “Дәүләкән ынйылары” йыйынтыҡтарында, БДУ-ла “Шоңҡар тауышы” серияһында беренсе шиғырҙарын баҫтыра. Олеся менән тәүге тапҡыр миңә 2011 йылда Бәләбәй ҡалаһында уҙған “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә осрашырға, икебеҙ ҙә лауреат булып, уның менән бер сәхнәгә күтәрелергә насип булды. Мөләйемлелеге, тыйнаҡлығы менән арбап торған ҡыҙҙа рухташымды, ижадташымды, ҡәләмдәш дуҫымды таптым шул мәлдә. Шул танышыуҙан бирле беҙҙең ижади бәйләнештәр өҙөлмәй, Олесяның Бәләбәйҙәге тәүге ҙур ҡаҙанышынан алып әлеге көнгә ҡәҙәре уңыштарын ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс менән күҙәтеп барам. Шағирәнең поэтик теле 2013 йылда уҡ “Китап” нәшриәтендә донъя күргән «Тау шишмәһе» тигән йыйынтығы менән Олеся Әхмәтрәхимова башҡорт әҙәбиәтендә үҙ тауышы барлығын танытҡайны. Быйыл баҫылып сыҡҡан «Тынғыһыҙ ел» китабы авторҙың үҙ тауышын һаҡлап ҡалыуын, тағы ла баҙыҡландырып ебәреүен иҫбат итте. Ысынлап та, О. Әхмәтрәхимованың шиғриәте поэтик стиле менән бүтән шағир-шағирәләрҙән шаҡтай айырылып тора. Ҡатын-ҡыҙ шиғриәте ғәҙәттә хис-тойғоларға бай була. Ә бына Олесяның шиғырҙарындағы лирик герой уҡыусыға күңелен шар асып бармай, ялҡынлы уты менән өтөп алмай, ә кинәйәләр усағында иҙрәтә. Бына “Төнгө уҙар” тигән шиғырҙан бер өҙөк:: …Йән толпары ярһып торғас, Нисек түҙәһең? Азатлыҡтың ҡоло булыу Ҡанда, күрәһең... Өсөнсө юлдағы поэтик антоним – антитеза кинәйәле телдең сағыу миҫалы булып тора. Ике һүҙ менән генә шағирә лирик геройҙың күңелендәге тәрән һәм ҡапма-ҡаршы кисерештәрен еткерә зирәк уҡыусыға. Зирәк тимен, сөнки бындай метафораны күҙ йүгертеп кенә уҡып тотоп алып булмай, зирәклек һәм иғтибарлылыҡ, шиғри юлдарҙың эстәлегенә сумыу зарур. “Азатлыҡтың ҡоло булыу”… Азат булыу кәрәк, ләкин азатлыҡтың ҡоло булыу кәрәкме икән? Бындай азатлыҡ күпме яҙыҡ юлдарға илтеүе бар?!. Уйлана башлаһаң, һанһыҙ идея һәм тема асыла фекер даръялары өсөн! Бында шәхес драмаһы хаҡында ла, ижтимағи конфликт тураһында ла һүҙ ҡуйыртырға мөмкин. Ғөмүмән, ошондай поэтик юлдарҙа һәр уҡыусы үҙен борсоған һорауҙарға яуаптар эҙләй, үҙ күҙлегенән, үҙ күңел торошонан сығып хисләнә һәм зауыҡ таба. Олеся Әхмәтрәхимованың кинәйәле поэтик стиле һәр бер шиғырында яралып ята. Тәүге ҡарашҡа ябай ғына күҙәтеүҙәр, ғәҙәти булып яңғыраған художестволы деталдәр аша тәрән фәлсәфә, ҙур йәшәйеш категориялары, лирик геройҙың тормошҡа киң ҡарашы асыла унда. Әммә бына шундай шиғриәтте һәр уҡыусы күреп, баһалап бармай. Ҡабатлап әйтеүемсә, юлдар араһынан уҡырға кәрәк уны. Бына ошонда Олеся Әхмәтрәхимова шиғриәтенең, башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәренән айырмалы рәүештә, икенсе бер үҙенсәлеге асыла. Ул да булһа – киң ҡоласлыҡ, идея-тематик йөкмәткеһенең аңлы тарҡаулығы, шул уҡ ваҡытта конкрет уҡыусының үҙенә генә тәғәйен аныҡлығы. Сер түгел, бөгөнгө башҡорт шиғриәтендә, бигерәк тә интернет селтәренә күҙ һалып фекер йөрөткәндә, идея-теманы асып биреүҙә художестволы туралыҡ, тарлылыҡ, хикәйәләүгә күсеп китеү, шулай уҡ дидактизм һәм публицистизм кеүек күренештәр өҫтөнлөк алып китә. Уҡыусылар ҙа хәҙер ана шундай әҫәрҙәргә күнегеп бөтөп бара, шул әҫәрҙәрҙе поэтик өлгө тип күрә һәм шул өлгө юғарылығына күтәрә. Ә бит шиғриәт традицияларын барлай башлаһаң, метафоралы телмәрҙән туҡылған күңел кисерештәрен, уй-фекерҙәрҙе ҡатлам-ҡатлам, ҡапма-ҡаршылыҡлы итеп баҙлатҡан күркәм шиғри өлгөләр хәтергә төшә башлай. Ғ. Туҡай, Ш. Бабич, М. Ғафури, Р. Ғарипов, Р. Назаров кеүек бөйөк шағирҙар ижады күҙ алдына баҫа. Олеся Әхмәтрәхимованың ижад ҡәләме тап ошо шиғри трацицияларға көйләнгән – үҙенә генә хас моң менән шиғырҙа шиғыр эстәлеген һаҡлап ҡалырға ынтыла ул. Был ынтылыш көсөргәнешле түгел, күңел талабынан, бала саҡта уҡ формалашҡан поэтик ҡараштарҙан тыуа. Үрҙә әйтелгәнсә, Олеся – кескәй сағынан халыҡ әкиәттәрен, халыҡ йырҙарын тыңлап үҫкән шағирә. Халыҡ шиғриәтенең нигеҙендә нимә ята һуң – әлбиттә, кинәйәле поэтик образ, шул образдың күп ҡырлылығы, тәрәнлеге һәм киңлеге. Әйтелгәнде дәллиләп, авторҙың бер нисә шиғри юлына күҙ һалайыҡ. Бер нисек һыя алмайым, Хас һин тар кейем. Йыртҡыслап ҡына ташларға Ҡайҙа һуң, тием… Хистәр артыҡ. Уй урынһыҙ. Ҡыҫыла тыным. …Ташлаша (а)лмай ҡаңғырабыҙ Мин һәм заманым, – тип яҙа Олеся үҙенең “Һыйышмау” шиғырында. Иғтибар итегеҙ, кеше һәм заман темаһы әлеге лә баяғы ябай ғына телмәр аша поэтик метафора ярҙамында ниндәй киңлектә асылып китә! Һәр бер шиғырында автор шулай уҡыусыға уйланырға, хисләнергә урын ҡалдыра. Гүйә, шиғриәт тулҡындарын үҙе генә гиҙергә теләмәй, унда үҙ уҡыусыһын да саҡыра: әйҙә, хислән, уйлан, һығымталар яһа, үҙеңә һәм донъялыҡҡа хөкөм сығар, тигәндәй. Йәнә бер нисә миҫал: …Алһыу ирендәр ҙә, Хәҙер ҡыҙылдар… ...Шулай тыуаларҙыр Таш ҡурсаҡ-ҡыҙҙар... (“Нәфрәт түгел”) Буш булмыш. Шулай тыныс. Тик шомло, Ытырғаныс... (“Бушлыҡ”) Билдәһеҙлеккә осабыҙ, Ҡалдырып тыуған ерҙе. Бирнә итеп ҡыҙҙарына Илем һепертке бирҙе. (“Һепертке-бүләк”) О. Әхмәтрәхимованың шиғри стиле хаҡында йыйып әйткәндә, шуны билдәләргә мөмкин: уның әҫәрҙәренә яһалма уй-тойғоларҙан азат булыу, башҡаларҙың художестволы образдарына, шиғыр төҙөлөшөнә эйәреп бармау, ә үҙ моңон, үҙ шиғри аһәңен табыу, уй-тойғоларҙы асып еткермәү, сәйнәп йоттормау, фекерләүгә урын ҡалдырыу, үҙенә күрә бер поэтик минимализм хас. Ошо һүҙебеҙҙе дәлилләп, О. Әхмәтрәхимова шиғриәтенә уның уҡытыусыһы, остазы, филология фәндәре докторы, профессор, әҙәбиәт белгесе Зәйтүнә Шәрипова былай баһа бирә: “Авторҙың һәр шиғри юлы ихласлыҡ менән һуғарылған, уларҙа яһалма пафос, декларативлыҡ, бушаҡ раҫлауҙар юҡ дәрәжәһендә. Тәү ҡарашҡа уның лирик геройы һәр әйткәнгә, һәр бер раҫлауға ышаныусан, хатта балалыҡтан да сығып бөтмәгән кеүек тойола. Асылда ул тыштан ғына бер ҡатлы, ә эске булмышы менән үтә лә һиҙгер, һәр осраҡта ла үҙе өсөн ғүмерлек һығымталар яһарлыҡ күҙәтеүсән, киң күңелле зат булараҡ һынлана. Уның лирик геройы тыштан тыныс, баҫалҡы, әммә йөрәге туған халҡының киләсәге өсөн тәрән борсолоу менән ярһып тибә. Кешеләргә һөйөү-хәстәрлек менән тулы күңел бөгөнгө йәшәйештәге ығы-зығыға, ғәҙелһеҙлектәргә битараф ҡала алмай. О. Әхмәтрәхимова художестволы һүҙ бәҫен яҡшы тойомлай, иң мөһиме, үҙ ижадында шуны уңышлы атҡарырға һәләтле. Хәҙерге башҡорт шиғриәтен үҫтереүгә ошондай илһөйәр хисле, художестволы дөйөмләштереүҙәргә һәләтле йәш ҡәләмдәр килеүе оло ҡыуаныс”. Шиғриәтендә – заман һәм шәхес образдары Үрҙә әйтелгәнсә, авторҙың шиғырҙары идея-тематик яҡтан киң ҡоласлы булыуы менән айырылып тора. Бына был фәлсәфәүи лирика, ә был гражданлыҡ лирикаһы тип аныҡ ҡына бүлеп әйтеп булмай. Бер шиғырҙа фәлсәфә лә, гражданлыҡ тойғоһо ла, шәхси күңел кисерештәре лә, милли илһөйәрлек ауазы ла сағылыш таба йыш ҡына. “Тынғыһыҙ ел” шиғыры – шуға матур өлгө. Был шиғыр, әйтергә кәрәк, авторҙың ижадында төп урынды биләгән әҫәрҙәренең береһе. Улай ғына түгел, ике тиҫтәнән ашыу строфанан торған һәм идея-тематик йөкмәткеһе яғынан тотош поэмаға торошло был әҫәр шағирәнең манифесы рәүешендә яңғыраш ала! Ел образы аша автор кеше булмышын да, йәмғиәт асылын да, заман заңын да, милләт зарын да асып һала. Бына ҡайҙа ул шиғри талант, шиғри һүҙ көсө! Уны тойор өсөн шиғырҙы тотошлай уҡырға кәрәк, әлбиттә. Шулай ҙа бер нисә строфаға күҙ һалып булһа ла, ошо шиғри маһирлыҡты тойоп ҡарайыҡ: …Мин йылы өйҙә ултырам, Йәнгә тыныс, юҡ бола. Берәү бошонһа, башҡалар Көлә, шул беҙҙең йола, – ти тынғы тапмай ярһыған ел-дауыл тураһында лирик герой. Аңлашыла, ел – йәмғиәттең яһил ҡанундары менән килешмәгән һәм уға ҡаршы күтәрелеп сыҡҡан батыр шәхес образы. Ниндәйҙер әхлаҡи ҡиммәттәрҙе яҡлап сыҡҡан йәки синфи-сәйәси көрәшкә сыҡҡан батырмы ул – быныһын инде уҡыусы үҙе хәл итә. Шиғырҙа, әлбиттә, икеһе лә, ә бәлки, өсөнсөһө-дүртенсеһе лә күҙ уңында тотолалыр. …Ашығайым, ел үҙенә Бәләләр килтергәнсе. “Тыныслан, – тим, – өйөңә ҡайт, Боларып йөрөгәнсе, Халыҡты көлдөргәнсе!” – лирик геройҙың да күңеле тыныс түгел. Ул елдең файҙаһыҙ боларыуын, кешегә уның саң ҡағыуы кәрәкмәгәнен аңлатырға маташа, ел менән полемик диалог ҡора: …Булмай! Яратмайҙар беҙҙә Тыныслыҡты боҙғанды. Күптәр бәпкәһен ашата, Тик атмайҙар ҡоҙғондо!.. Бөгөнгө заманды, бөгөнгө инсанды теп-теүәл, бар әсе дөрөҫлөгөндә һүрәтләп биргән юлдар бит был! Артабан лирик герой үҙ замандашына өндәшә: …Дауылда шаулай ағастар, Бер тауыштан, күмәкләп. “Батыр булһаң, елһеҙ шаула!” – Тим берәүһенә текләп… Киләһе юлдарҙа бар милләтебеҙҙең михнәтле үткәне, аяныслы бөгөнгөһө яралып ята: …Башын эйҙе: “Шаулай торған Мәлдәрем минең үтте. Ел юҡта ла күп елпенеп, Япрағым ҡой(о)лоп бөттө. Ҡайһыһы осто сит яҡҡа, Гүйә, элекке заман...” ...Халҡым улдарын осорҙо Ҡай ел төньяҡҡа табан?.. Шиғыр кеше һәм йәмғиәт асылын фашлау менән тамамлана: …Дауыл һиҙеп, йылы ғына Өйөбөҙгә ҡасабыҙ… Күренеүенсә, ғәҙәти ел образы, әммә оҫта, урынлы файҙаланған метафоралы табыштар киң һәм тәрән дөйөмләштереүҙәргә юл аса, ысын мәғәнәһендә шиғри гәүһәр тыуҙыра. Заман темаһы һәм образы шағирәнең әҫәрҙәрендә төрлө юҫыҡта асыла. Заман һәм шәхес (“Баҙарҙа”, “Замана”, “Формат түгел” һ.б.), заман һәм йәш ҡыҙ (“Үрһәләнеү”, “Үҫеү”, “Һепертке-бүләк”, “Ҡурсаҡтар янында”, “Ҡурсаҡ тигәс тә” һ.б.), заман һәм ҡала (“Өфөгә”, “Ҡайнар сәй”, “Ҙур ҡала” һ.б.), заман һәм милли үҙаң (“Уй”, “Бейеү”, “Ҡаяла”, “Рухи үҫеш”, “Башҡортлоҡ”, “Телһеҙ башҡортҡа”, “Башҡортостан”, “Милләттәшкә”, “Ҡурай”, “Түшелдерек”, “Йоҡо”, “Сит өлкәлә” һ.б.), заман һәм йәнтөйәк (“Кәмегән йөк”, “Дәүләкән”, “Балҡантау” һ.б.) образдары О. Әхмәтрәхимова шиғриәтендә эҙмә-эҙлекле үҫтерелә килә, ил-йортобоҙҙоң берсә күркәмлеген, берсә яҙыҡ яҡтарын һүрәтләп тора. Олеся Әхмәтрәхимова тигән шағирә генә ошондай сарказм менән әйтә ала ул: Пушкин күргән телһеҙ башҡорт Һаман өндәшә алмай. Рухи байлыҡты хәстәрләй, Ыштанын ямай-ямай… Әлбиттә, бер мәҡәләлә генә О. Әхмәтрәхимова ижадын яҡтыртып бөтөп булмай. Уның ғилми эшмәкәрлеге лә айырым иғтибарға лайыҡ. Шиғриәтендәге халҡына ҡарата һөйөүе Олеся Вәкил ҡыҙының конкрет фәнни эштәрендә сағылыш таба. Федераль кимәлдәге мөһим проекттарҙа ҡатнашып, ул башҡорт халыҡ әкиәттәре йыйынтыҡтарын туплауға өлөш индергән. Мәскәүҙә донъя күргән “Хәҙисә өләсәй әкиәттәре” комплекслы күргәҙмә материалдар йыйынтығы, “Тылсымлы өйрәк” китабы балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеүҙә әүҙем ҡулланыла. Олеся Әхмәтрәхимова, йәш булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт әҙәбиәтенең үҫешенә тос өлөш индереп өлгөргән шағирә һәм ғалимә. Уның ижади хеҙмәте мәлендә баһаланыуға, атап әйткәндә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ, тип уйлайым. Фотолар - О.Әхмәтрәхимованың шәхси альбомынан. Мөнир ИҠСАНОВ, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.