Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов сираттағы брифинг ваҡытында һуңғы һандар менән таныштырҙы. 18 сәғәткә ҡарата, республикала тауыш биреүселәрҙең 40,61 проценты тауыш биргән. Был - 1, 215 миллион кеше. Баш ҡала райондарында килеүселәр һаны - 18-ҙән 20 процентҡа тиклем. Тауыш биреүселәрҙең һаны буйынса Дим районы алда бара. Республика ҡалаларын алғанда, иң нығы Сибай һәм Стәрлетамаҡ әүҙем тауыш бирә. Райондарҙа һайлауға иң күбе Баҡалы, Тәтешле һәм Борай райондарында киләләр, унда халыҡтың 69 проценттан ашыуы һайлауған. “Киреһенсә, Башҡортостандың Өфө һәм Иглин райондарында кешеләр һайлауға бик теләп бармай. Бында киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 30 проценты тауыш биргән”, – тине Марат Ғәҙелов. Фото: "Башинформ".