Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан делегацияһы стратегик сессияла ҡатнашты

Башҡортостан делегацияһы “Донъя кимәлендәге кампустар: инновация ҡоралы булараҡ аҡыллы эксплуатация” стратегик сессияһында ҡатнашты. РФ мәғариф министры урынбаҫары Андрей Омельчук, Рәсәй университеттарында булдырылған донъя кимәлендәге 17 кампус, юғары белем биреү системаһының бөтә эшен үҙгәртәсәк, яңы киңлектәргә алып сығасаҡ, тип билдәләне. Бөгөн үк һәр кампуста технологик үҫештең үҙ йүнәлештәре, ғәмәли тикшеренеүҙәре бар, һәм стратсессияның бурысы – уларҙы ил масштабында технологик эшҡыуарлыҡ экосистемаһына берләштереү. Тап шуға күрә, Стратегик сессия “Технопром-2023” халыҡ-ара технологик үҫеш форумы менән бер үк ваҡытта үткәрелә һәм уның мөһим сараларының береһе булып тора. Сарала заманса мәғариф, медицина объекттарының “цифрлы игеҙәктәрен” индереүҙең иң яҡшы өлгөләре тәҡдим ителде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Рәсәй Федерацияһы Президентының май указдарына ярашлы “Фән һәм университеттар” милли проекты (национальный проект “Наука и университеты”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бөгөн Рәсәй инновация буйынса йылдам үҫешә. Әленән-әле һәләтле йәштәр үҙҙәрен фән өлкәһендә таба һәм юғары уңыштарға ирешә. Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.