Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан һөт продукцияһы экспортын 44 тапҡырға арттырҙы

Августың тәүге яртыһында ғына Башҡортостандың эшкәртеү предприятиелары Ҡаҙағстанға 300 тонна һөт продукцияһы экспортлаған, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Йыл башынан алып Россельхознадзорҙың территориаль идаралығы контроле аҫтында Башҡортостандан таможня союзы илдәренә дөйөм күләме 2785,1 тонна һөт продукцияһы экспортланған. Шул уҡ ваҡытта Ҡаҙағстанда һыйыр һөтө генә түгел, ә ҡымыҙ ҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың милли эсемлеге күрше дәүләткә оҙатыла, уның дөйөм ауырлығы 1718 тонна тәшкил итә. Ҡалған һөт продукцияһы күләме, ә был 1067 тоннанан саҡ ҡына күберәк, ҡоро һәм сей һөт тәшкил итә. Бынан тыш, быйыл Башҡортостан Ҡытайға һәм Сербияға 118 тонна киптерелгән һөт һәм аҡ май экспортлаған. Әйтергә кәрәк, былтыр төбәктең эшкәртеү предприятиелары 66 тонна продукцияһын сит илгә оҙатҡан. Шулай итеп, быйыл ете айҙа ғына һөт продукцияһын экспортлау күләме 44 тапҡырға артҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал энергияһыҙ тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү. Фото: resbash.ru