“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы үткәргән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ғәлинур улы Һөйәрғолов беренсе урынды яулағайны. Конкурс шарттарына ярашлы, еңеүсенең ауылына барып, уның һәм ауылдаштарының тормошо менән таныштыҡ. Исеме ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Ҡабыҡҡыуыш ауылы бик матур урында урынлашҡан. Йорт-ихаталарҙың төҙөклөгө бында уңған, тырыш халыҡ йәшәүе тураһында һөйләй. Тәүҙә ауыл хакимиәтендәге бик бай, йөкмәткеле музей менән таныштыҡ. Унда ауылдың, урындағы Юрматы ырыуы башҡорттарының үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырған ҡомартҡылар тупланған. Мәҫәлән, 100 йылдан ашыу тарихы булған ҡатын-ҡыҙ еләне, күндән һырып тегелгән балалар ситеге, ҙур самауыр һәм башҡалар. Шулай уҡ “Маяҡ” колхозының һәм уның эшсәндәренең данлы үткәне лә бында һаҡлана. Музейҙа күрһәтелгән мәғлүмәттәр буйынса, Күндерәк йылғаһы буйлап туғыҙ башҡорт ауылы теҙелгән. Уның ҡушылдығы Ҡабҡуш йылғаһына ҡойған урында әле Ҡабыҡҡыуыш ауылы урынлашҡан. Ауылдың атамаһы барлыҡҡа килеүенә бәйле ике фараз бар. Беренсеһе – боронғолар ҡабыҡтан ҡыуыш ҡороп, шунда йәшәгән. Халыҡ телендә был атама ҡыҫҡартылған, шымарған һәм Ҡабаҡуш (Ҡабҡуш) тип йөрөткәндәр. Икенсеһе – ауылдың исеме Ҡобағош (ҡоба – матур, ҡош – ҡош, йәғни матур ҡош) булған. Был атама орфоэпия нигеҙҙәренә буйһоноп үҙгәргән. Ауылдың ситендәге бер йырынды Ҡабаҡайын тип йөрөтәләр. Унда ҡайын ағастары үҫә. Ҡабаҡуш һәм Ҡабаҡайын һүҙҙәрендә лә уртаҡлыҡ бар. Ауылда борондан һаҡланып килгән фамилиялар – Сатучиндар, Собханғоловтар, Әхмәтовтар, Ибраһимовтар, Һөйәрембәтовтар, һуңыраҡ барлыҡҡа килгән фамилиялар – Ишембәтовтар, Абдрахмановтар, Һөйәрғоловтар һәм башҡалар. Тарихи яҙмалар буйынса, 1795 йылда халыҡ иҫәбен алыу кенәгәһендә ауыл теркәлгән булған. Намыҫланып эшкә тотонған Конкурста еңеүсе Илнур Һөйәрғоловҡа дипломды Стәрлебаш районы хакимиәтендә тапшырҙыҡ. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы Рахманғолов гәзит ойошторған был конкурсты юғары баһаланы һәм уның еңеүселәрен Өфөгә саҡырып бүләкләргә тигән тәҡдим индерҙе. Шулай уҡ ул ауыл хакимиәте етәксеһенең эшен юғары баһалап: “Илнур Ғәлинур улы, аҙ ғына ваҡыт эшләһә лә, яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ”, – тине. Илнур Һөйәрғоловтың тормош юлы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан айырылғыһыҙ. Ул 1969 йылда ошонда тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә, 1988 – 1990 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын 1990 йылда Стәрлебаш районының “Маяҡ” колхозында техник хәүефһеҙлек инженеры булараҡ башлай. 1996 – 2007 йылдарҙа хужалыҡтың баш иҫәп-хисапсыһы булып эшләй. Ә инде 2007 йылда үҙ шөғөлөн аса. 2021 йылда Илнур Ғәлинур улын Ҡабыҡҡыуыш ауыл хакимиәтенә эштәр идарасыһы итеп эшкә алалар, ә бер йылдан хакимиәт башлығы итеп һайлайҙар. 1998 йылда Зәлиә Ғаффар ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Матур ғаиләлә өс бала донъяға килә. Өлкән ҡыҙҙары Эльза Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли-тикшеренеү медицина университетында ординатурала уҡый, шул уҡ ваҡытта табип булып эшләп тә йөрөй. Улдары Илсур Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала, кинйә улдары Таһир VI класты тамамлаған. Зәлиә Ғаффар ҡыҙы әле почта бүлексәһе начальнигы булып эшләй. Эштәре тынғыһыҙ булһа ла, ғаилә кәртә тултырып мал тота, баҡса үҫтерә. “Ауылда йәшәп, малһыҙ булмай инде ул”, – ти улар. Остазы менән кәңәшләшеп эшләй Илнур Һөйәрғолов – бер олоно, бер кесене тыңлай белгән етәксе, шуға ла уға ошо вазифала эшләп китеүе ауыр булмағандыр. – Минән алда Ринат Гәрәйша улы Әхмәтов 25 йыл ауыл биләмәһе башлығы булып эшләп, 65 йәшендә хаҡлы ялға сыҡты. Ул мине үҙенең урынына тәҡдим итте, – ти Илнур Ғәлинур улы. Ҡабыҡҡыуышҡа килгәс, элекке етәксе менән дә күрешеп китергә булдыҡ. Беҙ уны малға бесән әҙерләү мәшәҡәттәре менән йөрөгән сағында тап иттек. Ринат Гәрәйша улы фиҙакәр хеҙмәте өсөн 2007 йылда – республика Президентының Почет Грамотаһы, 2022 йылда – “Хеҙмәт ҡаһарманлығы” миҙалы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Ауыл музейын да ул ойошторған. – Беҙҙең Ҡабыҡҡыуыш – районда иң ҙур башҡорт ауылы. Унан күп күренекле кешеләр сыҡҡан: Рәсәй Юғары суды судьяһы Рәмил Әхмәтов, ул Мәскәүҙә эшләне; Салауат Юлаев премияһы лауреаты Нурмөхәмәт Әлибай улы Һөйәрғолов, “Ҡөрьән”де башҡортсаға тәржемә иткән; “Башҡортостан” гәзитенең элекке мөхәррире, драматург, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Рәлиф Кинйәбаев; элекке һауынсы, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты, Ленин ордены кавалеры Йәмилә Собханғолова; Салауат мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы директоры, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы урта профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Зөлфиә Ишембәтова. Ауылдан тағы ла дүрт кеше судья дәрәжәһенә тиклем үҫеп етте: Башҡортостандың Юғары суды судьялары Азамат Собханғолов, Айгөл Һөйәрембәтова, Мулләхмәт Әхмәтов, Ғафури район-ара суды судьяһы Ришат Әхмәтов. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова Стәрлетамаҡ театрында эшләй. Беҙҙең ауыл егеттәре Илнур Рауил улы Фәйзуллин, Рушан Рамаҙан улы Сатучин Чечен һуғышында һәләк булды. Беҙ уларҙы ла онотмайбыҙ, – тине Ринат Ғәрәйша улы. Абруйлы, тәжрибәле етәксенән Илнур Ғәлинур улының “Башҡортостан” гәзите ойошторған конкурста еңеүен нисек ҡабул итеүҙәре тураһында ла һораштыҡ. – Илнур Һөйәрғолов өсөн тауыш биреүҙә бөтәбеҙ ҙә ихлас ҡатнаштыҡ. Был беҙҙең берҙәмлекте күрһәтте. Ул ошо еңеүгә лайыҡ, шулай булмаһа, халыҡ тауыш бирмәҫ ине. Егет йүгереп йөрөп эшләй. Яңыраҡ “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойошторҙо. Әле булһа рәхмәт әйтәләр. Хакимиәткә инеп, ауыл хәлдәрен һорашып, кәңәштәр биреп китәм, – тине ул. “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашалар Илнур Һөйәрғолов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауылдаштарын туплауға, күп эш башҡарыуға өлгәшкән. Мәҫәлән, Рәсәй чемпионы Фәүҡәт Тәлғәт улы Усманов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш үткәргән. Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр хөрмәтенә концерт ҡуйғандар. “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы ике мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртҡандар. Былтыр "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы буйынса Ҡабыҡҡыуыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәлен ремонтлағандар. Чечен Республикаһында һәләк булған яҡташтары Рушан Сатучин һәм Илнур Фәйзуллин иҫтәлегенә мини-футбол буйынса турнир ойошторғандар. “Атайсал” программаһы буйынса мәктәп спорт залының ҡыйығын яңыртҡандар. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса ауылда спорт залының бәләкәй залын ремонтлағандар. Хәҙер билдәле көрәшсе Йәмил Собханғолов көрәш секцияһын алып бара. Эшҡыуар, “Правда” агрофирмаһы етәксеһе Диего Кардава ярҙамында фельдшер-акушерлыҡ пунктының кәртәһен яңыртҡандар. Ауылдың ир-егеттәре менән күперҙе төҙөкләндергәндәр. Ауыл биләмәһен тәртиптә тотоу маҡсатында, даими рәүештә өмәләр үткәрәләр. “Беҙҙең ауыл” программаһы буйынса Новый Мир ауылы урамын яҡтыртҡандар. – “Атайсал” проектында крәҫтиән (фермер) хужалығын алып барған егеттәр әүҙем ҡатнаша – Ингил Ишмөхәмәт улы Сатучин, Фидаил Варис улы Собханғолов, Дамир Урал улы Собханғолов. Шулай уҡ оҫта Фирғәле Муллағәле улы Әхмәтов ауылға һәр саҡ ярҙам итеп тора. Мәсеттең кәртәһен Ҡабыҡҡыуыш ауылы имам-хатибы Мансур Таштимер улы ярҙамында эшләнек. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы өсөн ике мең төп ҡарағай үҫентеһен Илдар Миҙхәт улы Собханғолов һатып алды. Күндерәк йылғаһы аша баҫманы өмәләп ремонтлап ҡуйҙыҡ. Новый Мир ауылынан Айрат Зәйнулла улы Һөйәрембәтов ҡойо эргәһен төҙөкләндерҙе, – тип фекерҙәрен һөйләне Илнур Ғәлинур улы. Ауыл хакимиәте башлығының тормошҡа ашыраһы пландары ла бихисап. Уртаҡ көс менән ҙур байрам ойошторғандар Быйыл июлдә Ҡабыҡҡыуыш ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткән. Был сараны ла ауыл халҡы, берҙәм тупланып, үҙ көсө менән ойоштороуға өлгәшкән. Байрамдың төп бағыусыһы Фидаил Флүр улы Ишембәтов Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов кеүек билдәле артистарҙы саҡырған, шулай уҡ бөтә ауылдаштарын былау, ҡурылған ит менән һыйлаған. Фәнүр Ғаяз улы Ишембәтов, Альберт Хәйҙәр улы Собханғолов, Диего Датоевич Кардава һәм башҡа егеттәр әүҙем ярҙам иткән. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Ҡабыҡҡыуыш ауылында милли көрәш спорты ныҡ үҫешкән. Унда ауыл үҫмерҙәре ихлас шөғөлләнә. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ла милли көрәш буйынса бәйге төп сараларҙың береһе булған. Көрәш ярышын иһә Дамир Урал улы Собханғолов ойошторған. Хәмзә Фәррәх улы Әхмәтов, махсус хәрби операцияла һәләк булған улы Айҙарға бағышлап, гер күтәреү буйынса ярыш үткәргән. Ауылда абруйлы ғаиләләр ҙә күп. Улар араһынан Нурия менән Хәйҙәр Ишембәтовтар, Миңниса һәм Фәрвәз Ишембәтовтар, Рәзилә менән Әхмәтғәли Хәлимовтар, Нәсимә һәм Ғаян Тәтегәсовтар, Йәмилә менән Мөҙәрис Мөхәмәтшиндәр 60 йылға яҡын бергә ғүмер кисергән. Гүзәл һәм имам-хатип Мансур Һөйәрғоловтар ҙа ауылдың иң өлгөлө ғаиләләренең береһе булып тора. Ауыл халҡы дәртле Ауылдың мәҙәниәт усағы ла матур эшләй. Беҙ барған саҡта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн сара үткәрә ине. – Йәй балалар менән әүҙем эшләйбеҙ. Уларға халыҡ уйындарын, шулай уҡ ҡумыҙҙа уйнарға, бейергә өйрәтәбеҙ, – тине Ҡабыҡҡыуыш ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Айгөл Собханғолова. Айгөл Басир ҡыҙы мәҙәниәт йортонда эшләй башлағас та “Зәңгәр күл” ансамблен төҙөгән. Унда һигеҙ кеше әүҙем йөрөй. Улар, ике йыл рәттән “Бауырһаҡ фест” фестивалендә ҡатнашып, Гран-при яулаған. “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында уңышлы сығыш яһап, 100 мең һумға лайыҡ булғандар. Был аҡсаға мәҙәниәт йортона аппаратура һатып алғандар. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, сәхнәгә – шаршау, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу костюмдары, “Зәңгәр күл” ансамбле өсөн сәхнә кейемдәре тектергәндәр, 10 ҡурай һәм 10 ҡумыҙ һатып алғандар. Район һабантуйында уҙғарылған тирмәләр конкурсында йыл һайын призлы урынға лайыҡ булалар. Былтыр иһә Наурыҙ байрамында беренсе урын яулағандар. Ауыл эргәһендәге Зәңгәр күлгә барыу йолаһын тергеҙеп, хәҙер йыл һайын унда барып бутҡа бешерәләр, балаларға ошо күлдең тарихын һөйләйҙәр. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Миндек, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе кеүек байрамдарҙы даими үткәреп тора. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ҡорама тегеү менән дә шөғөлләнә. Ҡышын иһә Айгөл Басир ҡыҙы спорт залында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн аэробика секцияһын үткәрә. – Ауыл халҡы бик дәртле, әүҙем. Бында мәҙәниәт тә көслө үҫешкән, матур итеп кейенеп йөрөйҙәр, – ти мөдир. Ауыл мәҙәниәт йортоноң йыйыштырыусыһы Тәүсиә Рамаҙанова йыр-бейеүгә оҫта, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Әнисә Һөйәрғолова – китапханасы, ә уның тормош иптәше Айҙар Һөйәрғолов – мәҙәниәт хеҙмәткәре. Һөйәрғоловтарҙың матур ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Айгөл Басир ҡыҙының яҙмышы ла китап яҙырлыҡ. Был ауылға 17 йәштә генә килен булып төшкән. Ишембай ҡалаһының 1-се гимназияһын тамамлағас, Өфөгә сәнғәт институтына йүнәлтмә бирәләр, әммә дуҫлашып йөрөгән егете Өфөгә уҡырға ебәрмәҫ өсөн урлап алып ҡалған. Төрлө урындарҙа эшләгән ул – быҙау ҙа ҡараған, һыйыр ҙа һауған, ашнаҡсы ла булған, ә 2019 йылда ауыл мәҙәниәт йортона мөдир итеп ҡуялар. – Яҙмыш барыбер мине сәнғәткә алып килде, ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамланым. Әле иһә үҙемдең яратҡан һөнәрем буйынса эшләйем, – ти ул. Уңған ҡатын, тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, ныҡлы тормош юлына баҫтырған. Собханғоловтар ғаиләһе күп итеп мал көтә, һөт ризыҡтарын ҡалаға алып барып һаталар. Төп йортта торғас, иренең барлыҡ туғандары уларға ҡайта. Айгөл Басир ҡыҙы ҡәйнә менән 34 йыл бергә йәшәгән. “Ҡәйнәм мине лә, балаларымды ла тәрбиәләне”, – ти ул. – Илнур Ғәлинур улы, йәш булһа ла, эш рәтен белә. Беҙ уның менән уртаҡ тел таптыҡ. Ҡатыны ла уңған, ауылда уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, беҙгә лә ярҙам итә, – ти Айгөл Басир ҡыҙы. Ғөмүмән, Ҡабыҡҡыуышта тормош ҡайнай, халыҡ дәртләнеп донъя көтә. Рәмилә МУСИНА