Борай районынан 38 өлкән быуын туристары төркөмө "Эх, Өфө - минең ҡалам!" программаһы буйынса Өфө ҡалаһында бушлай бер көнлөк экскурсияға барҙы. Экскурсия сәфәрҙәре “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” республика проекты буйынса башҡарыла. Ул күберәк кешеләр республиканың тәбиғи “ынйылары”, мәҙәни мираҫтары тураһында белһен, шулай уҡ тыуған яҡтың төрлө мөйөштәрен күрһен тигән маҡсат менән ойошторола. Ололар өсөн әүҙем ял төбәктә “Демография” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолған. Борай пенсионерҙары өсөн сәфәр программаһы бай булды һәм үҙ эсенә Өфө лимонарийына, Ҡариҙел яры буйлап экскурсияны, Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөүҙе, баш ҡаланың тарихи үҙәге буйлап экскурсияны, Салауат Юлаев һәйкәленә һәм Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовҡа барыуҙы алды. Экскурсияла ҡатнашыусылар ҡаланың тарихы һәм иҫтәлекле урындары тураһында күп нәмә белде. “Беҙгә был программа бик оҡшаны. Шәп гид шәп экскурсия үткәрҙе. Ҡала тарихын тулы һәм аңлайышлы итеп асып һалды. Ыңғай хис-тойғолар күп булды. Матур, ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс ине! Бөтә ойоштороусыларға ла рәхмәт белдерәбеҙ”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты төркөмдә ҡатнашыусы. Билдәле булыуынса, “Демография" һәм "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы (национальные проекты “Демография” и "Туризм и индустрия гостеприимства) милли проекттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Борай районы хакимиәте.