Башҡортостан төҙөлөш комплексы белгестәре “Строймастер” милли һөнәри комплексы конкурсында еңеп сыҡты. Наградаларҙы Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, уның урынбаҫары Алексей Ересько һәм Төҙөүселәр милли берекмәһе президенты Антон Глушков тапшырҙы. - Һуңғы йылдарҙа яңы материалдар, ҡоролмалар барлыҡҡа килә һәм уларҙы “Строймастер” конкурсында ҡулланыу – етди ихтыяж. Бөгөнгө сарала еңеү, әлбиттә, иң тәү сиратта тормошҡа ашырған эшмәкәрлегеңдә һөнәри оҫталыҡҡа өлгәшеү өсөн үҙ-үҙеңде еңеү, - тип белдерҙе Ирек Фәйзуллин. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь-хужалыҡ министры 17 – 20 октябрҙә Санкт-Петербургта үткәреләсәк халыҡ-ара төҙөлөш чемпионатының ярыштар программаһында ҡатнашырға саҡыра. “Строймастер” һөнәри оҫталыҡ милли конкурсы төбәк этабының “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе” һәм “Каркаслы конструкцияларҙы иң яҡшы монтажлаусы” номинацияларында еңеп сығыусылар Бөтә Рәсәй этабында Волга буйы федераль округы исеменән сығыш яһаны. Финал ярыштары 9 – 10 августа Мәскәү өлкәһенең Королев ҡалаһында үткәрелде. Унда илдең иң яҡшы белгестәре йыйылды. Волга буйы федераль округы исеменән “Башгражданстрой” тресы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Алексей Безруков сығыш яһаны. Мәләүез күп профилле һөнәри колледжынан Георгий Кычаков “Каркас конструкцияларҙы иң яҡшы монтажлаусы” номинацияһында беренсе урын яуланы. Нефтекама машина эшләүселәр колледжынан Айҙар Мәүлиев “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе” номинацияһында икенсе урынға сыҡты. Бындай сараларҙың үткәрелеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото, сығанаҡ: building.bashkortostan.ru/pr