Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мысыр егете һыуға батҡан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кисә Өфө районы Жуково янындағы карьер янында фажиғәле хәл теркәлгән. 22 йәшлек Мысыр кешеһе батып үлгән. Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, сит ил гражданы һыуҙа матрас өҫтөндә йөҙә, ҡолай һәм күҙҙән юғала. Кәүҙәһен шунда уҡ таба алмайҙар, әле эҙләү эштәре алып барыла. Водолаздар бөгөн иртә менән йәнә батҡан ирҙең кәүҙәһен эҙләүҙе башлаған. Был урын да һыу төшөү өсөн рөхсәт ителмәгән булған. Республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: рөхсәт ителгән урында ғына һыуға төшөгөҙ, һаҡланығыҙ! Фото: "Башинформ".