Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Улыбыҙ тыуғас, ирем эштән һуңыраҡ ҡайта башланы...”

Фәниә бер йәше лә тулмаған малайын кейендерҙе лә, урамға сығырға тип, бәләкәс өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе йыйнай башланы. “Паркка барырбыҙ ҙа аҙаҡ магазинға инербеҙ инде, улым. Бөгөн дә атайың эштән һуңлап ҡайтыр, моғайын”, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡатын бәләкәсе менән фатир ишеген бикләне... Башта Фәниә ире менән бер фирмала эшләгәндәр. Аҙаҡ, кейәүгә сығыр алдынан, ул икенсе ойошмаға эшкә төшкән. Унда бер аҙ эшләй биргәс, Рәмил кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, ҡыуанып ризалашҡан Фәниә. Шулай итеп, йәштәрҙең тормошо көйгә һалынған. Тик бына бәпес тыуғас, ире эштән һуңғараҡ ҡайта, хатта ял көндәрендә һәм йыл һайын бирелә торған айлыҡ ял мәлендә лә эшләй башлаған. “Барыһын да аңлайым. Тик улыбыҙ тыуғас ҡына иремдең эше күбәйеүе аптырата. Исмаһам, ял көндәрендә лә бушамай. Теге йәки был йомош менән берәй ҡайҙа, шул уҡ магазинға барам тиһәм дә, иремдән башҡа бәпесемде ҡалдырып торор кешем дә юҡ. Атай-әсәйебеҙ ауылда шул”, – ти Фәниә. ...Бер ваҡыт ай аҙағында, иренең үҙен әллә күпме эш менән өйөүҙәре хаҡында зарланған сағында, ҡатын, бар ҡыйыулығын йыйып, уй-шөбһәһен ситкә ҡуйып, Рәмиленең начальнигына шылтыратырға булған. Тегенеһе үҙенең хеҙмәткәре ҡатынының шылтыратыуына аптырашта ҡалған һәм уның һорауына аҙаҡ шылтыратып яуап бирәсәге хаҡында вәғәҙә иткән. Тик ул аҙаҡ шылтыратмаған, ә ватсап аша Фәниәгә смс-хәбәр ебәргән. Ә унда уның иренең эш бүлмәһендә йоҡлап ултырған килеш төшөрөлгән фотоһы булған. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул хатта ботинкаларын да сисеп ситкә ҡуйған икән. Был хәлгә аптырап ҡалған ҡатын иренең етәксеһенә. “Ярай уятмағыҙ инде Рәмилде”, – тип яҙған. Тегенеһе иһә: “Ярай”, – тигән яуабын ебәргән... “Ә минең башыма ниндәй генә уйҙар килмәне. Әллә ирем “һулға”, ситкә йөрөй башланымы икән, тигән уй ҙа булды башымда. Ярай әле минең, бала менән өйҙә ирен көтөп тик ултырған ҡатындың, яҙғанын етәксе кеше лә аңлап ҡабул итте. Мин был хаҡта Рәмилгә өндәшмәнем”, – ти Фәниә. Ул шулай уҡ иренә эштә лә был хаҡта әйтмәүҙәре хаҡында һөйләне. “Юғиһә өйгә ҡайтҡас, барыбер өндәшер ине. Ошо хәлдән һуң иремдең эштәре “бер аҙ кәмене”. Күрәһең, начальнигы хәлде контролгә алғандыр”, – тип йылмая ҡатын... Фото: fotoxcom.ru