Найти тему
Башҡортостан гәзите

Патенттың асылы нимәлә?

Бөгөн «Башҡорт аты» фестивале барышында республиканың башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм ат спорты мәктәптәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы. Спикерҙарҙың береһе булып кәңәшмәлә Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Зубов сығыш яһаны. Ул сарала ҡатнашыусыларға патенттың асылын аңлатты. - Тауарҙың ҡайҙан килеп сығыуы тураһында таныҡлыҡ - ул төбәк брендын яҡлау, - тине Юрий Сергеевич. - Бөтә донъяла төрлө продукция махсус билдә менән билдәләнә, ул уның билдәле бер төбәктә булдырылыуын һәм уникаль характеристикаларға эйә икәнлеген раҫлай. Бөгөн беҙ тапшырған патент күп һанлы тикшереүҙәр һәм тикшеренеүҙәр ярҙамында «башҡорт аты» брендының үҙенсәлеген раҫлай. Башҡорт аты илебеҙҙәге башҡа аттарҙан айырылып тора һәм айырым бер әһәмиәткә эйә. Хоҡуҡи нигеҙе лә брендд ярҙамында аҡса эшләргә, уны рекламаларға, туристарҙы төбәккә йәлеп итергә мөмкинлек бирә.Башҡортостанда интеллектуаль милек менән ҡыҙыҡһыныуҙары яҡшы, - тип билдәләне ул. Мәғлүм булыуынса, «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале Баймаҡ районының Граф күле буйында үтә. Фото: glavarb.ru