Башҡортостандың Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, Салауат ҡалаһында йәшәгән ғаиләлә сираттағы низағ ҡупҡан. 7 августа 55 йәшлек ир һәм 30 йәшлек ҡатын араһында ғаилә башлығының алкоголле эсемлектәр менән мауығыуы һөҙөмтәһендә янъял сыҡҡан. Ҡыҙған ир һунарсы карнабинын алған һәм ҡатынына төбәп атып та ебәргән. Яра үлемесле булған. Был аяныслы хәлдән һуң ир үҙен дә атып үлтергән. Ҡыҙҙың туғандары шылтыратып, трубканы бер кем дә алмағас, ул йәшәгән урынға килгән һәм ишекте асҡас, ҡурҡыныс хәлде күргән. Фажиғә урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәрен саҡырғандар. Ирҙең хәрби булыуы һәм ҡорал йөрөтөргә хоҡуғы барлығы асыҡланған. Фото: bash.news/news/207492-v-