Стәрлебаш районындағы йыл әйләнәһенә эшләгән “Орленок” лагерында “Патриот” хәрби-тарихи паркы филиалдарының береһе булдырыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров лагерҙы ҡарағандан һуң белдерҙе. Ул Финанс министрлығына 2024-2025 йылдарҙа ғәмәлдәге биналарҙы ремонтлауға, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә һәм “Орленок” лагерында спорт йәҙрәһен булдырыуға 50-шәр миллион һум бүлергә тигән йөкләмә бирҙе. Башҡортостан Башлығы барлыҡ эштәрҙе лә быйыл башларға ҡушып, бөтәһе лә “Патриот” паркындағы кеүек матур, сифатлы булырға тейеш, тип белдерҙе. Лагерь директоры Гүзәл Хөсәйенова әйтеүенсә, 2021 йылда миҙгел йәки йыл дауамындағы ял һәм һауыҡтырыу ойошмаларын конкурс буйынса һайлау һөҙөмтәләре буйынса “Орленок-2.0. Перегрузка” проекты Башҡортостан биләмәһендә йыл әйләнәһенә эшләгән муниципаль ҡала яны балалар ялы һәм һауыҡтырыу лагерҙарын ойоштороу буйынса исемлеккә индерелеүе тураһында хәбәр итте. 12,5 миллион һум күләмендә субсидия бирелгән. Был аҡсаға клуб-ашхана бинаһының йылытыу системаһын ремонтлау, торлаҡ корпусын йылытыу һәм башҡа эштәр атҡарылған. Һөҙөмтәлә балалар былтыр ял итә алған. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың белдереүенсә, быйыл “Орленок” лагеры Бөтә Рәсәй тиҙ торлаҡ корпустарын күтәреү буйынса проектҡа ингән. Модуль 49 кешегә иҫәпләнгән. Беренсе сменала Башҡортостндан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың 150 балаһы ял иткән. 200 бала Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте йүнәлеше буйынса булған. Икенсе сменала – 250, өсөнсө сменала Донецк Халыҡ Республикаһынан - 100, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренән - 100, Стәрлебаш опеакаһынан - 100, дүртенсе сменала Луганск Халыҡ Республикаһынан - 150, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренән 100 ял иткән. Әле яңы биналарҙы төҙөү өсөн иҫкеләрен һүтеү эштәре бара. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Сығанаҡ: “Башинформ”.