Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Иремде апайым тартып алды”

Бөгөн һеҙгә баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәгән Лүзәнең аяныслы тарихын тәҡдим итәбеҙ. Балалар менән эшләгән, ихлас, йомшаҡ күңелле ҡатын яҡындары тарафынан бик ҡыйырһытылған, яралы яҙмышлы ханым булып сыҡты. Ул гәзит уҡыусыларына тарихын һөйләп кенә ҡалманы, ә комментарийҙарҙа фекерҙәрен яҙыуҙы ла үтенде, сөнки әлеге мәлдә уға йылы һүҙ һәм ярҙам бик кәрәк. Лүзәгә һүҙ бирәйек: “Ирем менән 14 йыл йәшәнек һәм уға һәр саҡ ышана инем. Дөрөҫөн әйткәндә, ауыр йылдарҙы бергә үткәрҙек, торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәнсе кеше фатирында ла, ятаҡта ла йәшәргә тура килде. Бер-бер артлы балалар тыуҙы, тик бәләкәс улыбыҙ ғына һаулығынан шатлана алманы – ул инвалид. Шулай ҙа бирешмәнек, эшләнек, тырыштыҡ һәм, ниһайәт, ипотекаға фатир алып, күсеп сыҡтыҡ. Был көндө ни тиклем көткәнде аңлатаһы түгел – иң ҙур шатлыҡ шул булғандыр ул! Беҙҙән бигерәк балалар ҡыуанды, сөнки һәр кемдең үҙ мөйөшө, ятыр урыны барлыҡҡа килде. Бына шулай бәхет-ҡыуаныс менән артабан йәшә лә ят та бит, тик... Ишегебеҙгә бәлә ҡаҡты. Уныһы ла кемдән сыҡты бит әле – минең иң яратҡан, ышанған, серҙәшем, әхирәтем тип иҫәпләнгән апайымдан. Ул минән өс йәшкә өлкән. Бығаса ике тапҡыр кейәүгә сыҡты, тик икеһендә лә уңманы. Тәүге иренән бер улы бар. Әлбиттә, күңеленә ауыр ваҡытта мин уға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙҙым, беҙҙә йәшәп тә алды. Һәм бына һиңә мә – бер көн килеп, ирем уға сыҡты ла китте. Баҡһаң, улар оҙаҡ ваҡыт минән мөнәсәбәттәрен йәшергән. Ирем ныҡ тынғыһыҙ, агрессив була башлағас, холҡо алмаштырып ҡуйғандай үҙгәргәс кенә ниндәйҙер шик барлыҡҡа килде. Баҡһаң, был саҡта улар күптән түшәк бүлешеп өлгөргән булған... Ҡыҫҡаһы, бынан ике йыл элек беҙ бая телгә алған яңы фатирға күсеп сыҡтыҡ. Ул арала башҡа ҡалала йәшәгән апайым шылтыратты: 11-се класты тамамлаған улым Өфөләге уҡыу йортона уҡырға инә, һеҙҙә йәшәп торһон әле, тип үтенде. Әлбиттә, бала саҡтан яратып үҫтерешкән ҡустыма ҡаршы тора буламмы – ризалаштым. Апайыма мин ярҙам итмәй, кем ярҙам итһен? Уҡырға ингәс тә, ҡустым ятаҡҡа ашыҡманы, беҙҙең фатирҙа ҡалды. Беҙҙең балалар менән күңеллерәк тә булғандыр инде. Апайым йыш ҡына шылтыратып хәлен белеп торҙо. Егеттең хәленә инергә тырыштым, сөнки үҙем дә ауыл балаһы, ҡасандыр баш ҡалаға килеп университетта уҡырға инергә, ятаҡта йәшәргә тура килде. Ирем, әлбиттә, был хәлгә әллә ни шатланманы, әммә ҡаршылыҡ та белдермәне. Тиҙ уртаҡ тел таптылар. Апайым да беҙгә йөрөүен йышайтты: йә таксила, йә автобуста килә лә етә. Ул үҙе йәшәгән ҡала дауаханаһына шәфҡәт туташы булып эшләй ине. Мин ни, асыҡ күңелле кеше, уны йәлләй башланым һәм әйҙә, эшеңде ҡалдыр ҙа, баш ҡалаға күс, бында эш бөткәнме ни, һинең кеүек тәжрибәле кешегә, тип тәҡдим иттем. Фатир мәсьәләһе лә, йәнәһе, яйлап хәл ителер... Ул оҙаҡ та тормай, әйберҙәрен тейәп, беҙгә күсте лә килде. Ирем был хәлгә тағы ҡаршы сыҡманы. Апайыма беҙҙең йорттан йыраҡ түгел урынлашҡан поликлиникала эш табылды: хеҙмәт стажы ярайһы булған тәжрибәле белгесте ҡуш ҡуллап алдылар. Бына шулай, бергә матур ғына йәшәп киттек. Әлбиттә, мин апайыма һәм уның улына ярҙам итә алыуыма ифрат ҡыуана инем. Өс ай самаһы үткәс, миңә район хакимәтенең социаль бүлегенән шылтыратып, инвалид улым менән икебеҙгә диңгеҙгә юллама тәҡдим иттеләр. Уҡыу йылы тамамланып бара ине, өлкәндәре мәктәптә: мин өйҙә уларға күҙ-ҡолаҡ булып торорға апайым бар, тип шатлана –шатлана диңгеҙгә йыйындым. Ирем иһә көн буйы эштә, уның, йәнәһе, ашарға бешереп, йорт йыйыштырып ултырырға ваҡыты юҡ. Шулай итеп, беҙ юлға сыҡтыҡ. Ул саҡта ошо сәйәхәт минең ғаиләмде селпәрәмә килтерер, тип кем уйлаған? Унан яҡындарға ла ышанмағас, кемгә ышанырға була һуң был донъяла? Йәшәүҙең йәме ҡаламы һуң? ...Һаман бер һорауға яуап таба алмайым: ярай, иргә ышанып булмаһын ти, әммә мин йәнемде бүлеп бирергә әҙер булған, күпме ярҙам ҡулы һуҙған апайым нисек минең менән, унан да бигерәк , балаларым менән шулай ҡылана алды икән ул? Башыма һыймай. Ҡасандыр уны ире балаһы менән ҡалдырып, икенсе ҡатынға ташлап сығып китте. Ул саҡта апайыма ошо хыянатты кисерергә нисек кенә ярҙам итмәнек! Бөтә ғаиләбеҙ ҡулынан килгәнсә хәстәр ҡулын һуҙҙы, ата-әсәйем һәм мин бигерәк тә уның бәләһен үҙебеҙҙекеләй ҡабул иттек. Һәм бына килеп ул үҙе кисергән әрнеүҙәрҙе миңә лә килтерҙе. Мине - ирһеҙ, балаларҙы атайһыҙ ҡалдырҙы. Беҙ ирем менән нисә йыл буйы тырышып-тырышып донъябыҙҙы ҡорҙоҡ, унда бәхет ҡошо һайрап торһон, йылы һәм рәхәт булһын өсөн күпме көс түктек! Барыһы ла, әйтерһең дә булмаған – бер мәлдә селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Ваҡыт үтә тора, әммә мин һаман артабан нисек йәшәргә белмәйем. Әлбиттә, әлеге ваҡытта атайым менән әсәйем минең өсөн бик ҙур терәк һәм таяныс, улар апайымдан баш тартты, был ҡылығын ғәфү итмәнеләр. Ғөмүмән, ғәфү итеп, ҡабул итеп буламы ни бындай хәлде? Кеше ире тип яҡындарыңдан: ата - әсәнән, һеңлең - ҡәрҙәштәрҙән, туғандарыңдан баш тартырға яраймы ни? ...Улар йылға яҡын ҡайҙалыр ҡуртымға фатир яллап йәшәй, күҙгә салынғандары юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡасып йөрөйҙәр, әммә мәңге былай йәшәп булмай бит инде. Йөрәгем тулы нәфрәт, ғәфү итерлек көс табылырмы икән? Кеше бәхетһеҙлегендә бәхет төҙөргә маташыуҙары хәйерле тамамланасағына икеләнәм... Аллаһы Тәғәләгә йыш ҡына мөрәжәғәт итәм: ошо хәлде миңә һынау итеп бирҙеме икән? Инвалид бала бала тыуғас, бер әрнегәйнем, икеләтә хыянат бөтөнләй ҡанаттарымды ҡайырҙы. Әммә балалар хаҡына йәшәргә кәрәк. Хөрмәтле дуҫтар, ошоға оҡшаш хәлдә ҡалған кешеләр булһа, бик тә уларҙың фкерен ишетегә теләр инем...” Бына ошондай яҙмыш тарихы менән бүлеште Лүзә. Фекерҙәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар. Фото: n1s1.hsmedia.ru