Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге ултырышта республикала беренсе ярты йыллыҡҡа бюджет үтәлеше һөҙөмтәләре тикшерелде. – Быйыл санкциялар баҫымы көсәйгәндә, Рәсәй төбәктәренең ҡаҙналары билдәле бер ҡыйынлыҡтар менән осрашыуын дауам итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, өҫтөнлөклө социаль йөкләмәләрҙе үтәү, әлбиттә, өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Һалым һәм һалымға ҡарамаған килемдәр республика ҡаҙнаһына 82,2 миллиард һум күләмендә күсте. 42 миллиард һум самаһы, — тип аңлатты Андрей Назаров. Ҡаҙнаны тулыландырыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итте. Министр билдәләүенсә, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, федераль ҡаҙнанан субсидия һәм маҡсатлы күсереүҙәр кеүек килемдәр артҡан. Дөйөм алғанда, республика ҡаҙнаһы килемдәр буйынса 125,4 миллиард һум күләмендә үтәлгән. Республика ҡаҙнаһының сығымдары 139,3 миллиард һум тәшкил итә, 2022 йыл кимәле менән сағыштырғанда 12,2 миллиард һумға арта. Премьер-министр бюджет сығымдарының юғары һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү кәрәклегенә иғтибар итте һәм Финанс министрлығына 1 сентябргә тиклем өс айлыҡ отчетлылыҡты раҫлау тураһында бойороҡ проектын әҙерләргә һәм Хөкүмәткә тапшырырға ҡушты. Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.