26 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Владислав Дзюба менән осрашты. Көн тәртибендә – хөкөм ителгәндәр өсөн холоҡ төҙәтеү үҙәктәренең эшен ойоштороу, Яза башҡарыу федераль хеҙмәте учреждениеларының етештереү секторын киңәйтеү, Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы предприятиеларында тауарҙар сығарыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү күләмен арттырыу. Был сараларҙың төп бурысы – хөкөм ителгәндәрҙең хеҙмәт мәшғүллеген тәьмин итеү, заман талап иткән һөнәрҙәргә өйрәтеү, шулай уҡ азат ителгәндән һуң уларҙы эшкә урынлаштырыу өсөн шарттар булдырыу. Бынан тыш, осрашыуҙа Рәсәй Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының шәхси составына социаль ярҙам саралары тикшерелде. Радий Хәбиров элекке хөкөм ителгәндәрҙе социаль яраҡлаштырыуҙың мөһимлеген билдәләне, профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға республика биләмәһендә холоҡ төҙәтеү үҙәктәре булдырыу, шулай уҡ Яза башҡарыу федераль хеҙмәте тауарына һәм хеҙмәттәренә дәүләт, муниципаль заказдар урынлаштырыу мәсьәләһен тикшерергә ҡушты. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru