Был апай минең гәзиттә хәбәрсе булып эшләгәнемде белә. Бик яҡын аралашмаһаҡ та, уңайы сыҡһа, һөйләшеп алабыҙ. Уның үҙенең ике улы янына ҡыҙлыҡҡа балалар йортонан ҡыҙ алғанын беләм. Шуға бер көн: “Әйҙә гәзиткә һеҙҙең ғаиләгеҙ, бала алыуығыҙ тураһында яҙайыҡ. Башҡаларға өлгө булыр, фотоларығыҙҙы ҡуяйыҡ", - тинем. Апайҙың йөҙө үҙгәреп китте, ризалашмай китеп барҙы. Ә бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс, үҙе килеп хәлен һөйләне... “Юҡ шул, туғанҡайым, мин герой-әсә түгел. Һәр кемдеке кеүек үҙ холҡом, етешһеҙлектәрем һәм кәмселектәрем бар. Әлфирәне алыр алдынан беҙ бик ныҡ уйландыҡ, был мәсьәләне төплө өйрәндек. Аҡса еткереү генә түгел, бының психологик яғын да өйрәндек. Махсус уҡыуҙар үттек, бала менән оҙаҡ аралаштыҡ, яҡынлаштыҡ. Әммә барыһын да алдан күреп, иҫәпләп бөтөп булмай икән шул”. Апай исемен, уларҙың кемлеген белдермәй генә ғаиләһе тураһында һөйләргә булды. Ире менән улар балаларҙы бик ярата. Бер-бер артлы ике малайҙары тыуғас та бик шатланалар. Уларҙы үҫтереүгә бар күңелен һалалар. Бәләкәйенә ете, ҙурына туғыҙ йәш тулғас, улар өсөнсө бала тураһында уйлай башлай. Тик ике малайҙы ла операция ярҙамында тапҡан ҡатынға табиптар ҡәтғи рәүештә башҡаса бәпес тапмаҫҡа ҡуша. Бик ҡайғырһа ла, күнә ғаилә, әммә балалы булыу теләген ҡалдырмайҙар. Кәңәшләшкәс, балалар йортонан сабый алып, бер етемде шатландырырға булалар. Улар яңы тыуған бәпес алырға хыялланһа ла, был тормошҡа ашмай. Бәләкәй балаларҙы бик биреп бармайҙар икән. Шуға күрә оҙаҡ ҡына көткәндән һуң биш йәшлек Әлфирәне тәҡдим итәләр. Ҡыҙыҡай уларға оҡшай. Хатта төҫкә лә улар кеүек ҡараҡас һәм йоморо бәләкәй танаулы була ул. Балалар йортонда аралашҡан саҡта, Әлфирә үтә иркә, нескә була. Уларҙы һәр саҡ көтөп ала, килһәләр, алдарынан төшмәй. Бик күп документ юллап, оҙаҡ ҡына йөрөп алғас, Әлфирә уларҙыҡы була. Был саҡта ҡыҙыҡайға алты йәш тула яҙа. Ғаилә уны балалар баҡсаһына урынлаштыра. Ошонда тәүге проблемалар башлана ла инде. Ҡыҙыҡайҙың бер ни ҙә өйрәнгеһе килмәй, тыңлашмай, башҡалар менән уртаҡ тел тапмай. Әсәһен дә, балалар баҡсаһында тәрбиәселәрҙе лә һанға һуҡмай. Шул саҡта уның холҡо ла күренә башлай. Ул башҡа балалар менән һуғыша, уларҙы йәберләй. Көн һайын тиерлек ғаиләгә ялыуҙар башлана. Йыйылышҡа йөрөргә лә ҡурҡалар: барған һайын ата-әсә менән тәрбиәселәр ябырылып уларҙың ҡыҙын әрләй. Һүҙ ҙә юҡ, өйҙә бала менән һөйләшәләр, аңлатырға тырышалар. “Эйе-эйе” тип ултыра ла, балалар йортонда йәшәп “эт ҡайышы"на әйләнеп бөткән ҡыҙ үҙенсә эшләй. Йә кемделер туҡмай, йә берәйһенең матур уйынсығын урлай. Этеп-төртөп балалар баҡсаһын тамамлап, мәктәпкә барғас, проблемалар арта. Уҡырға теләмәгән бала уҡытыусыға ла, башҡа балаларға ла уҡырға бирмәй, дәрестәрҙе өҙә, ҡамасаулай. Йыйылыш һайын әрләүҙәр, уның өсөн ҡыҙарыуҙар дауам итә. “Шул саҡта тәүге тапҡыр уны алғанға үкенә башланым. Әлфирәне үҙемдең тәртипле, матур уҡыған малайҙарым менән сағыштырам да, йәнем көйә. Ниңә генә башыма бәлә алдым икән тип уйланып үткәргән төндәрем артты. Үҙемдең балаларымдан ул тиклем ауырлыҡ күргәнем булманы. Ә был ҡыҙыҡай ике йыл эсендә күпме нервымды ашаны, күпме илатты. Ирем менән дә уның арҡаһында талаша башланыҡ. “Үҙең бала таба алмағас, әллә ниндәй алкаштыҡын үҫтерәбеҙ инде. Алғас, үҙең ҡара, миңә һөйләмә уның этлектәре тураһында” тип күпме йөрәгемде ашаны. Бер осор Әлфирәнән үлә яҙып арыным. Күргем килмәй башланы. Шул тиклем ялҡтым. Нисә тапҡыр уны кире балалар йортона алып барып тапшырырға тип уйланым. Тик бер ҡасан да уға ҡул күтәрмәнем. Әрләп тәрбиәләһәм дә, кәмһетмәҫкә тырышам. Уның да хәлен аңлайым бит. Булған ғына ғүмеренең иң күп өлөшөн балалар йортонда йәшәү өсөн көрәшеп үткәргән бит ул. Ҡыҫҡаһы, үҙемде ҡулыма алдым, түҙемлерәк була башланым. Был тарихтың яҡшы йәки яман аҙағы юҡ. Ул дауам итә. Әлфирәнең беҙҙең менән йәшәүенә биш йыл булды. Барыһы ла яҡшырҙы тип әйтә алмайым. Бөтәһе лә насар тип тә булмай. Беҙ уны ишетергә, аңларға өйрәнәбеҙ. Ул иһә ғаиләлә матур итеп йәшәргә тырыша. Ағалары ла ҡабул итте, көнләшеүҙәре бөттө, урамда яҡлап йөрөй башланылар. Ирем менән дә урталыҡҡа килдек кеүек, бергәләп тәрбиәләйбеҙ. Уҡыуы яйлап һәйбәтләнә башланы. “Өслө”гә уҡыһа ла, ул тырыша. Етем бала алырға теләгән кешеләргә кәңәшем шул: ныҡ итеп уйлаһындар. Күптәребеҙҙең етемде бәхетле иткеһе килә, йөрәк йылыһы етер кеүек тойола. Тик ауырлыҡтары ла бик күп. Былай ҙа яралы йөрәкле баланы тағы яралағансы, алмау хәйерлерәк. Шулай туғаным, герой түгелмен мин. Ни бары ябай, баланы аңларға тырышҡан әсәймен”, – тип тамамланы ҡатын һүҙен. Ҡупшы кейенгән, шат йөҙлө Әлфирәне ата-әсәһе менән бергә йыш күрәм. Ағайҙары менән осратҡанда ла хәтәр ғорур, яҡлаулы йөрөй ул. Ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтһәләр ҙә, минеңсә, был апай - герой... Фото: theruthlesscrafter.com