Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тәҡдимгә башҡа бағыусылар ҙа ихлас ҡушылды

Ошо көндәрҙә Байғужа ауыл биләмәһенән Бәләкәй Байыҡ ауылы халҡы мәсеттең һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған һәйкәлдең биләмәһен кәртәләүҙә ҡатнашты. Бәләкәй байыҡтар был идея менән халыҡ йыйылыштарында сығыш яһаған була, финанс булмау сәбәпле, ул тормошҡа ашырылмай ҡала. Хәҙер был эштәрҙе «Атайсал» проекты сиктәрендә башҡарырға мөмкинлек тыуҙы. Беҙ проект бағыусыларының береһенә – Байғужа ауыл биләмәһе башлығы Салауат Йосопов менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Ул эш барышы тураһында ентекле һөйләп үтте. - Минең тәҡдимгә башҡа бағыусылар ҙа ихлас ҡушылды. «Иҙел Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Фәрит Минсәйет улы Исхаҡовтың ярҙамы ҙур булды. Тағы бер бағыусыбыҙ - «Правда» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһенең улы Кирилл Максимович Макаров, - тип ихлас ҡыуанысын белдерҙе Салауат Дамир улы. – Ошо территорияны кәртәләүҙә ҡатнашыусыларға, эшселәр өсөн ашарға бешергән инәйҙәргә, ауыл старостаһы Таңһылыу Мырҙагәрәеваға, үҙенең тракторы менән ярҙам иткән Мөнир Йәрмөхәмәтовҡа айырым рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ ауыл мәсетенән хәҙрәт Фәрит Ғибаҙуллин һәм уның улы Ринат был эштәрҙә әүҙемлек, ойошҡанлыҡ күрһәтте. Улар өмә ваҡытында йома намаҙҙары үткәрҙе, вәғәздәр уҡыны. Шул уҡ ваҡытта Байғужа ауыл биләмәһе башлығы Салауат Йосопов, бағыусы булараҡ, Кинйәбулат ауылы балалар баҡсаһын профнастил менән кәртәләргә ярҙам итте. Ул бындай эштәрҙең киләсәктә лә дауам итәсәген белдерҙе. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә яҙһын, уңыштар юлдаш булһын. Автор: Айһылыу Вәхитова. Мәғлүмәт сығанағы: gazeta-toratau.ruФото Салауат Йосопов архивынан.