Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яуапһыҙ мөхәббәт өсөн үс алған...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәл министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 июлдә Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында бер йорт янған. Ҡотҡарыусылар килгәндә, ағас йортто һәм мунсаны ут ялмап алған булған. Улар утты һүндергән саҡта 1965 йылғы ирҙең кәүҙәһен тапҡандар. Ведомствоның тәүтикшереүсеһе белдереүенсә, был ир үҙе йортона ут төрткән һәм үҙен дә һәләк иткән. Фажиғә сәбәбе – яуапһыҙ мөхәббәт өсөн үс алыу. Әлбиттә, бындай юл менән һөйгән кешеңдең йөрәген яулау мөмкин түгел. Был әҙәм бары үҙен генә әрәм иткән. Һөйгәнегеҙҙе ҡаратырға теләһәгеҙ, яҡшылыҡтар ҡылығыҙ, үҙ өҫтөгөҙҙә эшләгеҙ, үҙегеҙҙең көслө һәм булдыҡлы кеше икәнегеҙҙе күрһәтегеҙ. Әгәр был ғәмәлдәрегеҙ ҙә яуапһыҙ ҡалһа, юҡ артынан ҡыумағыҙ, башҡаларға ла күҙ һалығыҙ. Бәлки, һеҙҙе өҙөлөп яратҡан кеше эргәгеҙҙә йөрөйҙөр. Онотмағыҙ: ғүмер бер генә бирелә, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: mchsrb