Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәҙәни мираҫты һаҡлаусылар иғтибарына

"Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә ресурс үҙәге" коммерцияға ҡарамаған автономиялы йәмғиәте Милләттәр буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында һәм Рәсәй этнографик музейҙары ассоциацияһы менән берлектә 2023 йылдың 30 майынан 30 сентябренә тиклемге осорҙа Этномәҙәни күргәҙмә проекттарының II Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Ул "Күп милләтле Рәсәй буйлап виртуаль тур" тип атала. Конкурс халыҡ ижадын популярлаштырыуға, мәҙәни йолаларҙы, тарихи һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлауға, этномәҙәни төрлөлөккә, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының һәм этник берләшмәләренең мәҙәни үҙаңына йүнәлтелгән этномәҙәни күргәҙмә проекттарына булышлыҡ итеү маҡсатында яңы ижади алымдар һәм виртуаль эш форматтарын индереү маҡсатында үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һылтанма буйынса табып була: http://ресурсныйцентр-анр.рф/russian-federation/project/virtualnyy-tur-2023 Фото: Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә ресурс үҙәге төркөмө.