Найти тему
Башҡортостан гәзите

Азамат Юлдашбаев - махсус хәрби операция биләмәһендә

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарға сираттағы гуманитар ярҙам алып барып, тапшырып ҡайтыуҙары хаҡында яҙған. Был юлы улар Рәсәй Геройы Тимофей Матвеев менән дә осрашҡан. "4000 километр юл артта ҡалды. Сибайға ҡайтып барабыҙ. Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам алып барҙыҡ. Ҡала халҡы, предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар, ирекмәндәр махсус хәрби операция башланған көндән алып яугирҙәргә кәрәк-яраҡ йыйыуҙа ярҙам күрһәтә. Беҙ тапшырған ярҙамды туплауҙа 30-ҙан ашыу йүнсел, “Светофор” сауҙа селтәре, төрлө ойошмалар коллективтары булышлыҡ итте. Шулай уҡ туғандарынан посылка йыйылды. Беҙҙең ярҙам яҡташтарыбыҙ рухын нығыта, кәйефен күтәрә. Быны ишетеп кенә әйтмәйем, ә үҙем шәхсән ылау алып барғанда күреп беләм. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәрби позицияла торған яҡташтар менән осраштыҡ, юл ыңғайында госпиталдә ятҡан яҡташыбыҙ янына инеп сыҡтыҡ. Уның хәле яҡшыра бара. Тыуған яҡтан килгән әйберҙәрҙең күбеһен яҡташтарҙың үҙҙәренә тапшырҙыҡ. Ҡайһыларын ҡалдырырға тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла элемтәгә сыҡманы, уларҙы Красный Лучтағы хәрби базаға ҡалдырҙыҡ, адресаттарға алып барып тапшырасаҡтар. Беҙҙең команданы һәм гуманитар ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһендә оҙатып йөрөүҙә бар яҡлап ярҙам күрһәткән Азат Бадрановҡа ҙур рәхмәт. Махсус хәрби операция биләмәһенә барған һәр командировка үҙенсәлекле. Был юлы беҙгә Рәсәй Геройы Тимофей Матвеев менән осрашыу мөмкинлеге булды. Уға ни бары 21 йәш, бик тыйнаҡ һәм аҙ һүҙле. Беҙҙең менән был юлы Сибай телевидениеһы директоры ла барҙы, ул алғы һыҙыҡтағы тормошто үҙ күҙҙәре менән күрҙе, тиҙҙән ҡала телевидениеһында был хаҡта махсус репортаж да булыр", - тип яҙған Азамат Юлдашбаев. Яугирҙәребеҙ тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Фото Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.