Өфөләге Юғары уҡыу йорттарының студенттар кампусында Йәштәрҙең инновация ижады үҙәге (ЦМИТ) ойоштороласаҡ. Был үҙәк күп функциялы майҙансыҡ буласаҡ: унда оҫтаханалар, лабораториялар, түңәрәктәр урынлашасаҡ, тематик конференциялар һәм коворкинг өсөн урындар бүленәсәк. Олораҡ йәштәгеләр совет заманындағы ғилми-техник түңәрәктәрҙе, “Йәштәр техникаһы”, “Йәш техник” журналдарын хәтерләйҙер, моғайын. Йөҙҙәрсә мең мәктәп уҡыусылары һәм йәштәр ғилми-техник ижад менән үҙаллы шөғөлләнде, һуңынан үҙ “үлсәмдәре” буйынса уйлап табыуҙарға ирешә торғайны. Йәштәрҙең инновация ижады үҙәгенең маҡсаттарын һәм бурыстарын Инновацияларға ярҙам буйынса федераль фонд булдырған. Улар араһында түбәндәгеләр ҙә бар: йәштәрҙе инновация эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу, йәштәр араһында уйлап табыуға һәләтле булғандарҙы һәм технологик эшҡыуарҙарҙы асыҡлау, уйлап табыуҙарҙың моделдәрен һәм типтарын эшләү өсөн шарттар тыуҙырыу, артабан бәләкәй инновация предприятиеларын ойоштороу һәм уларҙы үҫтереү. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.