Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йүрүҙән буйында - туриада

14 июлдә Салауат районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров терәк-хәрәкәт ағзалары зыян күргән инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса Бөтә Рәсәй фестивалендә булды, ул муниципалитет биләмәһендә туғыҙынсы рәт үткәрелә. Туристик форумды – туриаданы – йола буйынса, Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Яңы Ҡаратаулы ауылы янында ойошторолар. Унда 18-ҙән 65 йәшкә тиклемге спортсы-инвалидтар ҡатнаша. Быйыл фестиваль илебеҙҙең 12 төбәгенән – Мурманск, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Төмән, Түбәнге Новгород, Мәскәү өлкәләре, Башҡортостан, Татарстан республикалары, Пермь крайы, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 160 спортсыны берләштергән. Башҡортостан етәксеһе тауҙа, һыу байдаркаларында, катамарандарҙа барған ярыштарҙы, Рәсәй спорт мастеры Михаил Сапаров үткәргән ҡаяға үрмәләү буйынса оҫталыҡ дәресен ҡараны. Радий Хәбиров спортсыларҙың юғары әҙерлекле булыуын билдәләне, уларға Башҡортостандың иң матур урындарының береһендә матур ял һәм уңыштар теләне. Фестивалдә республика Башлығы ДХР вәкилдәре менән аралашты һәм Донецк ҡалаһында йәшәгән Юлиә Михайлованы тыуған көнө менән ҡотланы. – Мин бер нисә тапҡыр Донецкиҙа булдым. Бик матур ҡала, унда көслө рухлы кешеләр йәшәй, – тине Радий Хәбиров. – Һәм мин һеҙгә мотлаҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында булып китергә тәҡдим итәм. Өфө һеҙгә оҡшар тип уйлайым, беҙҙә ҡарар нәмә күп. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, Йүрүҙәндәге туриада ысынбарлыҡта үҙенсәлекле спортсыларҙың сикһеҙ мөмкинлектәрен күрһәтә. Шуға күрә ошондай саралар уларҙың социаль адаптацияһында ҙур роль уйнай. – Бөгөнгө фестиваль – кешенең, инвалидлыҡҡа ҡарамайса, ауыр һынауҙарҙы ла үтә алыуына матур үрнәк булып тора. Был беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә өлгө, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.