Найти тему
Башҡортостан гәзите

Етәксе лә, остаз да булды

Уҙған быуаттың етмешенсе йылдары ине. Баймаҡтың элекке мөһабәт бинаһы – КПСС-тың район комитеты урынлашҡан йортҡа инеп барғанда ҡаршыма мыҡты кәүҙәле, ыҫпай кейенгән, алсаҡ ҡарашлы кеше осраны. Мине элекке яҡын танышылай күреп: “Һаумы, ҡустым, ниндәй йомош менән йөрөүең?” – тип һорауҙарға күмеп ташланы. Бик үк яҡындан таныш булмаһаҡ та, гәзит аша яҙған мәҡәләләремде уҡып барыуын әйтте, хатта ҡайһы бер яҙмаларыма ҡарата фекерен белдерергә лә ваҡыт тапты. Бына шулай таныштыҡ беҙ Әхмәҙулла Хәйривара улы Хәсәнов менән. …Бер кемдең дә ярҙамына өмөт итмәй, үҙенең тырышлығы, эшһөйәрлеге, ҡыйыулығы менән үҙенә юл яра, ғаиләләге алты малай араһында бер ни тиклем айырылып тора. Кескәй сағынан ата-әсәһенә, ағайҙарына эйәреп, алтын йыуыуҙа ҡатнаша. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем малайҙар аттарҙа руда ташый. Ҡыҙыҡһыныусан Әхмәҙулла бик иртә уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. Әсәһе латин хәрефен өйрәтә, әкиәттәр, ҡоба­йырҙар һөйләй, ә атаһы дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белергә, Ҡөрьән сүрәләрен уҡырға өндәй. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, ғаилә Баймаҡҡа күсеп килә. Әхмәҙулла ҡаланың 1-се урта мәктәбенә уҡырға бара һәм уны яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Тымыҡ океан флотында биш йыл буйы хәрби бурысын үтәп ҡайт­ҡандан һуң, хеҙмәт юлын Баймаҡ машиналар эшләү заводында башлай, бер үк ваҡытта ҡаланың Пионерҙар йортонда “Радиотелеграфсы” түңәрәген алып бара (был һөнәрҙе ул хәрби флотта хеҙмәт иткән сағында үҙләштерә). Артабан уҡыу теләге уны Магнитогорск педагогия институтының физика-математика факультетына алып килә. Ошонда уҡ буласаҡ тормош юлдашы Разия Кирам ҡыҙын осрата. Улар, институтты тамамлағас, яҙмышын бергә бәйләй һәм Баймаҡ районына юллана. Ике йәш белгесте район хакимиәтенең мәғариф бүлеге Йомаш урта мәктәбенә эшкә тәғәйенләй, әммә бында оҙаҡ туҡталырға насип булмай, алдынғы ҡарашлы, өлгөр егетте КПСС-тың Баймаҡ район комитетына сәйәси-ағартыу бүлегенә саҡыралар. Бында бер нисә йыл эшләү осоронда үҙен бар яҡтан күрһәтеп өлгөргән Әхмәҙулла Хәйривара улы Беренсе Этҡол урта мәктәбенә директор итеп ебәрелә. Йәш етәксегә яңы мәктәп төҙөтөү бурысы йөкмәтелә. Башкөллө эшкә егелгән Әхмәҙулла Хәйривара улына айына бер нисә тапҡыр баш ҡалаға барырға, төҙөлөш материалы, мәктәп кәрәк-ярағы юлларға тура килә. Бина ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ваҡытынан алда төҙөлөп бөтә. Етәксе мәктәпте юғары белемле уҡы­тыусылар менән тулыландырыу бурысын алға ҡуя. Уҡыусыларҙың белем һәм өлгәш кимәле буйына мәктәп районда алдынғылар рәтенә сыға. Көтмәгәндә КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары Р. Имамов уны саҡыртып ала ла: “Әхмәҙулла Хәйривара улы, үткән бюро ултырышында кәңәшләшкәндән һуң, һеҙҙе Кәрешкә мәктәбенә директор итеп ебәрергә булдыҡ. Унда урта мәктәп төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Был эштә тәжрибәгеҙ етерлек һәм һеҙгә ыша­набыҙ!” – ти. Район етәксеһенең тәҡди­менә Ә. Хәсәнов ризалашмайынса булдыра алмай. Шулай итеп, ул тағы яңы мәктәп төҙөү мәшәҡәттәренә сума. Ошо осорҙа Ленин орденлы “Йылайыр” совхозы директоры булып эшләгән Ә. Ниғмәтуллин һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Күмәк көс яу ҡайтара, тигәндәй, берҙәмлек һәм аңлашып эшләү үҙ һөҙөмтәһен бирә: 1984 йылдың 1 сентябрендә йөҙ уҡыусы­ға иҫәпләнгән яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса һәм Кәрешкә, Абдрахман ауылдары балалары матур, иркен бинала уҡый башлай. Яҙмышмы, әллә Хоҙай Тәғәләнең тәҡдиреме, Хәсәновтарға был төбәктә лә оҙаҡ йәшәргә һәм эшләргә насип булмай. Партия ҡайҙа ҡушһа, шунда булырға күнеккән Әхмәҙулла Хәйривара улын тағы яңы урынға – төҙөлөшө туҡтап ҡалған Муллаҡай мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Төҙөлөш туҡтап ҡалған Муллаҡай мәктәбен төҙөп бөтөүгә барлыҡ көсөн һалыуҙы ысын ҡаһарманлыҡ тип атар инем. Ул башлаған эшен ярты юлда ҡалдырып китергә һис намыҫы етмәне. Был мәктәпте лә төҙөп бөтөп, юғары квалификациялы уҡытыусылар менән тулыландырып, уҡыусыларға төплө белем һәм тәрбиә биреп, район кимәлендә алдынғылар сафына сығара. Бер нисә тапҡыр уҡытыусыларҙың район семинар-кәңәшмәләре ошо мәктәптә үткәрелә. Бер уҡытыусы Рәсәй Президенты грантына лайыҡ була, күптәре республика кимәлендә юғары исемлектәр яулай. Етәксенең тырышлығы менән мәктәпкә компьютерҙар алына һәм интернетҡа тоташтырыла. Этнография музейы асыла. Ошо осорҙа ултыртылған шыршылар бөгөн мәктәп ихатаһын йәмләй, һәр уҡыусыны сәләмләп ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала. Алда әйтеүемсә, беҙҙең етмешенсе йылдарҙа башланған танышлыҡ ғүмер буйы дауам итте, улай ғына түгел, яҡын дуҫтарға әйләндек. Төрлө йылдарҙа күп кенә мәктәптәрҙә директор вазифаһында эшләгәндә лә ул бер ваҡытта ла үҙен етәксе итеп күрһәтергә тырышманы, һәр саҡ ябайлығы менән арбаны, төрлө темаларға ихлас әңгәмәләшер инек. Хеҙмәттәштәре, иптәштәре Әхмәҙулла Хәйривара улын юҡҡа ғына “өс мәктәп төҙөткән директор” тип шаяртмай. Ысынлап та, уға төҙөүсе лә, етәксе лә булырға тура килде. Был һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел. Үҙенең йүнселлеге, әрһеҙлеге, алдына ҡуйған бурысты намыҫ менән үтәүе, һәр хеҙмәт урынында оло ихтирам һәм абруй менән файҙа­ланыуы уға этәргес көс бирҙе. Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Әхмәҙулла Хәйри­вара улы коллективҡа уңышлы етәкселек итте, оло абруй һәм ихтирам яулаған шәхесте тантаналы шарттарҙа оҙат­тылар. “Кеше тормошондағы иң ҙур бәхет – ул ғаилә. Уңған ҡатын – оло ҡыуаныс та, йыуаныс та. Мин был йәһәттән уңдым”, – тип тормош юлдашы Разия Кирам ҡыҙына ҡарата һөйөү һәм ихтирам тойғоһон белдерер ине Әхмәҙулла Хәйривара улы. Ике ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән Разия Кирам ҡыҙы һөйөклө әсә генә түгел, теүәл фәндәрҙе камил белгән алдынғы ҡарашлы уҡытыусы ла ине. Ул үткәргән асыҡ дәрестәр республикала өлгөлө булып таныла, кабинеттары төбәктә иң яҡшыһы тип билдәләнә. Күп йылдар район математика уҡытыусыларының методик берекмәһенә етәкселек итте. Уның фиҙакәр хеҙмәте “РСФСР-ҙың атҡа­ҙанған уҡытыу­сыһы”тигән маҡтаулы исем, “Өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы менән билдәләнә. Ә.Х. Хәсәновтың фиҙакәр хеҙмәте лә илебеҙҙең юғары исемдәре менән баһаланды: “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы”, “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы”. Бихисап Почет грамоталары ла – ошоға дәлил. Ул тыуған төйәге Манһыр ауылы, ошо төбәктең атаҡлы дин әһеле, халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәт тоҡомонан булыуы менән һәр саҡ ғорурланды. Ҡыҙҙары Нурзилә менән Рәзилә, атай-әсәйҙең юлын дауам итеп, бөгөн Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында мәғариф өлкә­һендә эшләй, ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләй. Кесе улдары Ғаяз – философия фәндәре кандидаты, бөгөн Өфөлә йәшәй, мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Өлкән улдары Ғайса агроном һөнәрен һайланы. Өфө ҡалаһында төпләнеп, “Алексеевка” совхозында баш агроном булып эшләй, ғилми хеҙмәт менән дә шөғөлләнә. Улдарының һәм ҡыҙҙарының башлан­ғысы менән Әхмәҙулла Хәйривара улы тураһында ошо юлдарҙың авторлығында “Манһыр улы” исемле китап баҫылып сыҡты. Районда уҡытыусылар тураһында тәүгеләрҙән булып нәшер ителгән китап булараҡ, уны халыҡ бик йылы ҡабул итте. Халыҡ уҡытыусылары булып танылыу яулаған Әхмәҙулла Хәйривара улы һәм Разия Кирам ҡыҙының баһалап бөткөһөҙ оло хеҙмәте юғалып ҡалманы, ул күп йылдар дауамында быуындар күсә­гилеш­легендә йәшәйәсәк әле. Салауат МӨХӘМӘТШИН Баймаҡ районы, Ҡолсора ауылы.