Найти тему
Башҡортостан гәзите

Батальонға етәкселек итәсәк

...Уның менән беҙ атаһы аша таныштыҡ. “Минең улым – хәрби офицер” тип ғорурланып һөйләгәйне ул саҡта геройым бер мәл командировкаға сыҡҡанда. Был хәбәр миндә ҡыҙыҡһыныу уятты, эҙләп таптым. Ул саҡта Ф. ағай, отставкаға сығып, ойошмаларҙың береһендә етәксе булып эшләй ине. Хәрби эшмәкәрлеге туҡталһа ла, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү өсөн хәрби әҙерлек алып бара ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы өсөн байтаҡ эш башҡарған офицер менән шулай танышып, дуҫлашып киттек. Уның һәр һөйләгәнендә Ватан, Әсә кеүек изге һәм яҡын төшөнсәләр өҫтөнлөк итте. Илһөйәрлеген һүҙ менән генә түгел, эше менән дә иҫбатлап килде һәм бына, Рәсәй һынау алдында торғанда, әйтә килгәндәрен йәнә иң ҙур, яуаплы, ауыр, әммә мөһим һәм изге эше менән нығытып ҡуйырға форсат сыҡты. Күптән түгел дуҫым һәм Стәрлетамаҡ, Ишембай төбәктәренән йәнә 10 ир-егет үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға китте. Ошо көндәрҙә ул етәкләгән батальон Өфөнән хәрби әҙерлек үтергә юлланды. Эйе, отставкалағы подполковниктың тәжрибәһе мөһим – Ф. ағай батальон командиры итеп тәғәйенләнде. Физик күнекмәләрҙе 18-19 йәшлек егеттәрҙән кәм үтәмәгән дуҫыма, етеҙ, тәжрибәле һәм аҡыллы булыуына ҡарамаҫтан, хәрби операцияға ҡушылыу еңел бирелмәне. Һүҙ ҙә юҡ, операция башланыу менән ул иң тәүгеләрҙән булып доброволецтар рәтенә яҙылырға теләк белдерҙе. Тик, 65 йәштән өлкән булыу сәбәпле, бер аҙ ҡатмарлыҡтар булып торҙо һәм бына, ниһайәт, уның теләге тормошҡа ашты. Хәҙер Ф. ағай ҡасандыр хәрби күнекмәләр үткән ерҙәрҙә тәжрибәһен ғәмәлдә ҡулланасаҡ һәм илебеҙгә Еңеүҙе яҡынайтасаҡ. Имен йөрөп ҡайт, дуҫым, хөрмәтле офицер! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм Еңеү килеренә ышанабыҙ. - Рәмил МАНСУРОВСтәрлетамаҡ ҡалаһы