Кемгәлер – хат, берәүҙәргә гәзит һәм журнал, көндәлек кәрәк-яраҡ ташыусы почтальонды һәр йортта ихлас ҡаршылайҙар. Араларҙы яҡынайтып, һәр ауылға рухи күпер һалған, халыҡҡа яратҡан баҫмаларын таратҡан почтальон хеҙмәте элек-электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе һаналған. Бөгөн, 9 июлдә, почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Рәсәйҙә был байрам РФ Президенты Указы менән 1994 йылда билдәләнеп, йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә үткәрелә. Яҙма ҡомартҡыларҙа почта хаҡында мең йыл әүәл иҫкә алһалар ҙа, дәүләт почта элемтәһе Петр I заманына барып тоташа. Земфира Ҡотлоәхмәтова Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһендә хат ташыусы булып эшләй. Ул Йомағужа, Сәләх, Яңы Яҡуп, Һаҡтау ауылдарын хеҙмәтләндерә. Үҙе Сәләх ауылында йәшәй. Күберәк өлкән йәштәгеләр йәшәгән йорттарға йөрөргә лә тура килә. Уларҙың һорауҙары буйынса ҡайһы осраҡта, гәзит-журналдарҙан тыш, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ та килтерә. – Кешеләр менән аралашырға яратҡас, эшем дә оҡшай. Халыҡ гәзит-журнал алдырмай, тип әйтеп булмай, һәр кем үҙ зауығына һәм күңеленә оҡшаған ваҡытлы матбуғат баҫмаһына яҙыла, ә беҙҙең төп бурыс – уларҙы ваҡытында таратыу. Һәр кемдең яратҡан гәзит-журналын ҡулына тоттороп, яҡшы хәбәрҙәрҙе алып барып еткерһәм, был минең өсөн иң ҙур бәхеттәрҙең береһе. Иң мөһиме – мине һәр урында кешеләр көтә, – тип йылмая Земфира Рауил ҡыҙы. Әйткәндәй, иң күп гәзит-журналдар алдырған Йәмилә Ҡотоева, Ҡанифа Рәмова, 80 йәшлек Фәүзиә Иҫәнбаева, Рәшиҙә Шәһиева һәм Рәүфә Аҡҡужиналар хат ташыусыны һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ни тиһәң дә ваҡытлы матбуғатты тиҙерәк ҡулдарына алып, буяу еҫе һеңгән гәзиттәрҙе уҡыуы күңелле, тиҙәр улар. Бөгөн почта хеҙмәте тик гәзит-журнал таратыуға ғына ҡайтып ҡалмай, унда шулай уҡ халыҡ һалымдарын, «IP»-ға, интернетҡа, электр энергияһына, төрлө штрафтарын, капиталь ремонтын, кәрәҙле бәйләнеше, фатиры өсөн, торлаҡ страховкаһын түләү кеүек бихисап хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Бынан тыш теләгән һәр кем “Почта Банк” картаһын эшләтә, кредитҡа йәки кредит картаһына заявка бирә, пенсияһын “Почта Банк” картаһына күсерә, уңайлы ставка буйынса вкладтар индерә ала. Барлыҡ почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Ауыр һәм яуаплы, халыҡҡа ярҙам иткән хеҙмәтегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын! Автор фотоһы.