Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Өләсәй сәйе”н әҙерләп алығыҙ

Бөгөн һатыуҙа сәйҙәрҙең ниндәйе генә юҡ! Һәр кем күңеленә хуш килгәнде һатып алыу, файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Ә бына ете төрлө үләндән эшләнгән хуш еҫле, таҙа һәм саф көйөнсә һаҡланған, шифалы, сихәтле үлән сәйенә бер ни ҙә етмәйҙер. Теләк булғанда, уны үҙебеҙгә лә әҙерләү мөмкинлеге бар. Сәй яһау оҫталарының береһе Әбйәлил районының Амангилде ауылында йәшәй. Ул - Әлфинә Әбүбәкерова һөнәр нескәлектәренә ҡәйнәһе Әминә инәйҙән өйрәнгән. "Ҡәйнәм йыл һайын ете төрлө үләндән сәй эшләр ине. Ҡыш буйы рәхәтләнеп эсеп сығабыҙ, һораусылар булһа, уларға бирә торғайны. Үләндәрҙең шифаһы ярҙам иткәндер, балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә бер ваҡытта ла тымау тейҙереп, һыуыҡ алдырып ятҡаныбыҙ булманы. Хәҙер уны үҙем әҙерләйем, балалар “өләсәйҙең сәйе” тип яратып эсһә, ейән-ейәнсәрҙәр “тәмле сәй” тип йөрөтә", – ти Әлфинә Мөҙәрис ҡыҙы. Сәй яһау өсөн ҡырҙа таҙа урында үҫкән ҡарағат, ер һәм ҡурай еләге япраҡтарын, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ерегүлән (еркәүек), боланут (иван-чай) япраҡтарын йыйып алырға кәрәк. Сәйгә тип әҙерләнгән үләндәрҙе июль урталарында, аяҙ көндә сәғәт 11-гә тиклем йыйыу мотлаҡ. Һәр береһенән 200 грамм тирәһе алына, ә бына еркәүекте 100 грамм ҡушыу ҙа етә, сөнки бик көслө. Йыйылғандарҙы бергә бутайбыҙ ҙа, шыптырға урап, быҡтырырға һалабыҙ. Ваҡыты менән ҡарап торорға мөмкин. Ямғырлы йылда уралған үлән – өс, ә ҡоро йылдарҙа алты-ете көнгә тиклем ята. Үләндәр ҡарайып быҡһа, өлгөргән тип иҫәпләнә. Артабан уларҙы ышыҡ урынға һалып, елләтеп киптерәбеҙ. "Ҡәйнәм кипкән үләндәрҙе ҡулдары менән ваҡлай торғайны, мин ит турағыс аша үткәрәм. Ете төрлө үләндән барлыҡҡа килгән сәйҙе киптереп алғас, файҙаланырға мөмкин. Уны айырым сәй итеп эсергә кәрәк, әммә шуны ла оноторға ярамай: оҙайлы ваҡыт ҡулланыу кәрәкмәй. Бигерәк тә ҡыш эсһәгеҙ, барлыҡ сирҙәрҙе ҡыуыр, күңелде күтәрер, ауырыу һеҙҙе урап үтер, – ти Әлфинә Әбүбәкерова. – Йәмле йәйҙең матур көндәрен хәтерләткән үлән сәйе һәр кемдең өҫтәлендә булыуын теләйбеҙ". Автор фотоһы.