“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан журналистарының махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәренә арналған матбуғат конференцияһы булды. Республика Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов етәкселегендәге киң мәғлүмәт сараларының делегацияһы бер нисә көн дауамында Донбасcта эшләне: даими репортаждар алып барҙы, төрлө баҫмалар өсөн материал тупланы. Был делегация составына “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Октябрьский мәғлүмәт үҙәге директоры Рөстәм Камалетдинов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Аргументы недели в Башкортостане” баҫмаһының баш мөхәррире Сергей Кудряшов, “Кызыл таң” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Фәнис Гәрәев һәм “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Винер Фәйзуллин инде. Республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре хәрби хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт ваҡытында кәрәкле махсус ҡорамалдар, шулай уҡ китаптар, гәзиттәр, хаттар, күстәнәс алып барҙы. Журналистар Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов исемдәре һәм хәрби частарҙағы башҡа батальондарҙың яугирҙәре, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашты. Шулай уҡ хеҙмәттәштәребеҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби дан урындарында булды, Луганск Халыҡ Республикаһында эшләгән табиптар һәм төҙөүселәр менән аралашты. Журналистар матбуғат конференцияһында ошо хаҡта үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Вәдүт ИСХАҠОВ: – Махсус хәрби операция биләмәһендә егеттәр менән осрашыу башҡорт батальондарынан башланып китте. Шулай булырға тейештер ҙә. Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарҙа, башҡа мобилизацияланған полктарҙа ла булдыҡ. Осрашыуҙар күңелдә көслө тәьҫораттар ҡалдырҙы, сөнки махсус хәрби операция һыҙығында беҙ беренсе тапҡыр яугирҙәр менән күрештек. Был осрашыу, күҙмә-күҙ яҡындан аралашыу журналистар өсөн дә, яугирҙәр өсөн дә оло әһәмиәткә эйә. Яу яланындағы яҡташтарыбыҙ күңел серҙәрен уртаҡлашты, теләктәрен еткерҙе. Беҙҙең яугирҙәр кейем, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән, кәйефтәре күтәренке. Хәрби операцияның “ҡыҙыу нөктәһе” булғас, снарядтар шартлауы ла, ҡоралдан атҡан тауыштар ҙа ишетелеп торҙо. Был тауыштарға ҡапыл өйрәнеп тә булманы, аҙаҡ әлеге шарттарға күнегеп киттек. Журналистар һалдаттар менән осрашыу һөҙөмтәләре буйынса тәрән йөкмәткеле очерктар, мәҡәләләр яҙасаҡ. Был хаҡта беҙҙең социаль төркөмдәрҙә, гәзит биттәрендә мәғлүмәттәр донъя күрә башланы ла инде. Бөтә команда исеменән беҙҙе Донбасс ерендә ҡаршы алып, яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар ойоштороуға бар яҡлап ярҙам иткән, оҙатып йөрөгән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугире Азат Шамил улы Бадрановҡа, шулай уҡ сәфәребеҙҙе ойоштороуға булышлыҡ иткән “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәровҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Фронт һыҙығына барыу бик етди әҙерлек талап итә. Шуға ла бөтә команданың хәүефһеҙлеге мәсьәләһен Октябрьский мәғлүмәт үҙәге директоры Рөстәм Камалетдинов үҙ өҫтөнә алды. Ул элек хәрби офицер булған, “ҡыҙыу нөктәләрҙә” лә хеҙмәт иткән. Рөстәм КАМАЛЕТДИНОВ: – Беҙҙе һаҡланыу саралары, бронежилеттар менән тәьмин иткән, тактик медицина буйынса дәрестәр үткәргән Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге бүлексәһе хеҙмәткәренә рәхмәт белдерәм. Командировка барышында команданың ғәҙәти тормоштан хәрбигә тиҙ күсеүенә ғәжәпләндем. Эш яйға һалынған, барыһы ла ҡайҙа барыуҙарын аңлай ине. Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ: – Иң тәүҙә үҙемә һорау бирҙем: “Мин унда журналист түгел, ә яугир булараҡ бара алыр инемме?” Белмәйем! Яугирҙәрҙе Өфөлә ҡаршы алып оҙатыу – бер эш, ә шул уҡ яугирҙәр менән окоптарҙа осрашыу – бөтөнләй икенсе хәл. Уларҙың күңеле күтәренке, зарланмайҙар, бер кемде лә тәнҡитләмәйҙәр. Унда ялғанлыҡҡа урын юҡ, егеттәр ихлас, барыһын да нисек бар шулай һөйләй, дөрөҫөн. Ысынлап та, беҙ башҡорт яугирҙәре менән ғорурланабыҙ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа айырыуса рәхмәт, эше шул тиклем мәшәҡәтле булыуына ҡарамаҫтан, ул беҙҙе ҡаршы алды, һәр ваҡыт оҙатып йөрөнө һәм алғы һыҙыҡта булыуыбыҙ хәүефһеҙ һәм уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләне. Винер ФӘЙЗУЛЛИН: – Тәүҙә был сәфәргә ҡарата миндә ниндәйҙер еңелсә ҡараш булды. Әммә сик аша сыҡҡанда, контроль үткәреү пунктында автоматтар менән ҡаршы алдылар. Красный Луч ҡалаһына юлландыҡ һәм үҙ күҙҙәребеҙ менән, фотолар буйынса түгел, бомба ташлауҙан емерелгән биналарҙы күргәс, барыһына ла икенсе күҙлектән ҡарай башланыҡ. Мин йәш хәрбиҙәр – 23-25 йәшлек егеттәр, йәштәштәрем менән күп аралаштым һәм уларҙың донъяға бүтән ҡарашта булыуын төшөндөм – киләсәк тураһында уйлаған ирҙәр мине хайран ҡалдырҙы. Һәр башҡорт яугире – ысын батыр. Сергей КУДРЯШОВ: – Һуғыш һуғыш менән, ә мәҙәни код – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Беҙ унда үҙебеҙҙең мәҙәни тәрбиәбеҙҙе лә индерәбеҙ. Мәҫәлән, республикабыҙ Хөкүмәте вәкиле унда өмәләр үткәрә, был эшкә бөтә ведомство ҡарамағындағы башҡорт ойошмаларын йәлеп итә. Урындағы халыҡтың бындай мәҙәниәте юҡ, әммә өмәләр аҙна һайын үтә, ҡала таҙара, кешеләр ҙә яҡшыраҡ тормошҡа ынтыла башлай. Мөнир Ҡунафин белдереүенсә, Фәнис Хөсәйенов тураһында яҙғанда ул геройҙы белгән-күргән кешеләрҙән һорашып мәғлүмәт йыйған, шуға ла яу яланында батырҙарҙың үҙҙәрен күреп һөйләшеү теләге көслө булған. “Мин үҙемде унда, окоптарҙа тойорға теләнем. Алғы һыҙыҡта булғанда әйтеп бөтөргөһөҙ тойғолар кисерәһең. Тирә-яҡта снарядтар гөрһөлдәгәндә, беҙ йоҡо ҡапсыҡтарында ятабыҙ... Азат Шамил улы палаткаға инә лә: “Егеттәр, ҡурҡаһығыҙмы?” – тип һораша”, – тип кисерештәре менән уртаҡлашты. Мөнир ҠУНАФИН: – Беренсе осрашҡан һалдаттың тарихы шулай булды. 57 йәшлек ир: “Иртәгә ҡайтам. Ҡыҙымды университетҡа уҡырға индереү өсөн аҡса эшләргә тип килдем. Ошо контракт тамамланған көндө, сәғәтте көттөм. Әле һалдаттарҙы ташлап ҡайтҡым килмәй, сөнки мин хәҙер ни өсөн һуғышҡаныбыҙҙы беләм – НАТО илдәренә ҡаршы һуғышабыҙ”, – тине. Ошондай хәлдәр күп. Ундағы һалдаттар – ысын илһөйәрҙәр. Ул яугирҙәргә ысын мәғәнәһендә ғашиҡ булдым. Тағы ла бер тарих: бер һалдаттың “КамАЗ”-ы тишелеп бөткән, үҙенең иптәшен юғалтҡан. “Хәҙер ҡурҡмайынса йөрөйбөҙ, сөнки беҙҙең маскировка селтәре бар, ә ул ваҡытта юҡ ине”, – тине. Ошо ваҡиғаны ишеткәс, беҙ бер маскировка селтәре бәйләһәк тә, әллә күпме һалдаттың ғүмерен ҡотҡарабыҙ, тип уйланым. Журналистарҙың яу яланында күргәндәрен тыңлаған саҡта Башҡортостан яугирҙәренең Ватан өсөн ни тиклем үҙен аямай һуғышыуы тураһында бик күп мәғлүмәттәр ишеттек. Мәҫәлән, Пенза полкы командиры үҙенә “Башҡорт” исемен алған һәм был аҙымын: “Башҡорт булыуы абруйлы”, – тип аңлатҡан. Был һүҙҙәр үҙе үк халҡыбыҙҙың ниндәй көслө рухлы егеттәр үҫтереүе тураһында һөйләй. - Рәмилә МУСИНА