Найти тему
Башҡортостан гәзите

Береһенә лә еңел түгел...

Бөгөн махсус хәрби операцияға үҙ улдарын оҙатмаған бер ауыл да ҡалмағандыр. Һәр ҡала һәм райондан, меңдәрсә ауылдан һөйөклө ирҙәрен йәиһә ҡәҙерле улдарын оҙатып, уларҙың имен-һау ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көткән әсәләргә һәм ғаиләләренә сабырлыҡ һәм түҙемлек кенә теләге килә. Күптән түгел Әбйәлил районында әрменән һуң контракт буйынса хеҙмәт итергә теләк белдергән Тимур Лоҡманов менән аралашырға насип булды. Тимур – Үрге Әбдрәш ауылы егете, 2020 йылда хәрби хеҙмәткә бара һәм үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Бик ауыр яраланып, госпиталгә эләгә, аҙаҡ тыуған яҡтарына ҡайта. Йәшләй генә бер аҙ һылтыҡлап атлаған егеттең донъяға ҡарашы, етди фекерҙәре бар. Күҙҙәрендә иһә яуҙа һәләк булған иптәштәре өсөн һағыш та, әрнеү ҙә һиҙелә. Һуғыш тураһында һөйләгәндә лә тауышы бер аҙ ҡалтырап, күңеле тулып китә. Күрәһең, йәш егеткә яу мәлдәрен хәтергә төшөрөү еңел түгелдер. Шулай ҙа яугир Тимурҙы Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов­тың һәм яуҙа һәләк булған яҡташ­тарының әсәләре менән бергә фотоға төшөрөп алырға өлгөрҙөм. Махсус хәрби операцияла йәш­ләй генә батырҙарса һәләк булған Таминдар Ғәлиуллиндың әсәһе Дилә ханымдың улы өсөн йөрәге һыҙлай. Ул районда мах­сус хәрби операцияла һәләк булған егеттәрҙең иҫтәлеген мәңге­ләштереү һәм уларҙың ғаилә ағза­ларын йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып бара. Яраланып ҡайтҡан яугиргә лә, көнө-төнө ирен, улын, атай­ҙарын көткән әсәләргә, ҡатындарға һәм балаларға ла, ғәзиздәрен мәңге­леккә юғалтҡан әсәйҙәргә лә бөгөн еңел түгел, шуға күрә һәр кем уларға ихтирамлы һәм иғти­барлы булһа ине. Яу туҡтар, яугир­ҙәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыр, ә хәтер генә мәңге уңалмаҫ яралары менән йөрәктәрҙә ҡалыр... - Кәримә УСМАНОВАӘбйәлил районы