Башҡортостандың хәрби хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция зонаһында үҙҙәрен яуаплы, тәртипле, ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта улар граждандар тормошонда башҡарған эш тәжрибәһен һөҙөмтәле файҙалана. Был турала республикабыҙҙан мобилизацияланғандар хеҙмәт иткән урындағы полк командиры белдерҙе. Ул үҙенә «Башҡорт» ҡушаматын юҡҡа ғына алмаған. Өлөшләтә мобилизацияға тиклем Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән, ә тамырҙары — Пензанан. Офицер башҡорт ир-егеттәре менән нисек танышыуы, уларҙың ниндәй сифаттары һоҡландырыуы хаҡында һөйләне. «Полкты ойоштора башлағанда офицерҙар етмәү проблемаһы киҫкен ине. Башҡортостандан мобилизацияланғандар араһында тап шундайҙар, ошо иҫәптән юғары хәрби әҙерлекле офицерҙар килде. Уларҙың береһе хәҙер күрше полкка етәкселек итә. Башҡортостандан икенсе офицер батальондарҙың береһендә командир. Бына шулай Пензала хәрби әҙерлек үткәндә яҡташтарығыҙ менән таныштым һәм үҙемә «Башҡорт» ҡушаматын алырға ҡарар иттем», — ти командир. — Ошо ҡушаматҡа ла бәйлелер, һеҙҙең яҡташтарығыҙ менән яҡшы, конструктив бәйләнеш булдырылды. Улар, башҡа төбәктәрҙән килгән яугирҙәр кеүек үк, лайыҡлы хеҙмәт итә. Әммә айырмалыҡ та бар. Миҫал килтерәм. Башҡортостандан мобилизацияланғандар полкта өстән бер өлөштө тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта штурм төркөмдәренең өстән ике өлөшөндә —башҡорттар. Уларға берәү ҙә быны көсләп ҡушманы, ә тәҡдим генә иттеләр. Башҡорттар иһә уйлап та тормайынса ризалашты. Бына ошонан сығып һығымта яһағыҙ инде». «Башҡорт» был хаҡта команда пунктында һөйләне. Ул башҡаларҙан бер нәмә менән дә айырылмаған блиндажда урынлашҡан. Айырма шунда ғына — бында хәрби позициялар картаһы, маркер таҡтаһы һәм хәрби байраҡ, уның эргәһендә стенала ысын хәрби шашка эленеп тора. Айырым бинала ятыу урындары эшләнгән, унда командир һәм яугирҙар һирәк эләккән ял сәғәттәрендә йоҡлап алыу мөмкинлегенә эйә. Блиндаж эргәһендәге урамда ергә таҡталар һалынған, шунлыҡтан ямғырҙан һуң биләмә бысранмай тиерлек. «Яугирҙәр үҙҙәре ҡаҙған блиндаждарҙа йәшәй. Бында — ғәҙәти ялан шарттары. Күреүегеҙсә, барыһы ла уңайлы. Төҙөкләндереү эштәрен башлағанда ҡайһы бер материалдарҙы эҙләргә тура килде. Мәҫәлән, яҡында ғына оборона линияһы үткән һәм, дошман ҡыйратылғас, уларҙың һаҡланыу өсөн файҙаланған таҡталары ҡалған ине. Шулай уҡ гуманитар йөктәрҙә лә кәрәкле материалдар килә башланы. Әммә ышыҡланыу өсөн ағас ҡоролманы үҙебеҙ әҙерләү яҡшыраҡ булыр, тигән ҡарарға килдек. Гуманитар колоннала килтерелгән пилорамала таҡта ярыу менән шөғөлләнәбеҙ. Шуға ла хәҙер бындай материалға мохтажлыҡ юҡ, улар беҙҙә етерлек», — ти «Башҡорт». «Башҡортостан хәрбиҙәре башҡа төбәктәрҙекенән айырылмай тиерлек. Әммә шуныһы: улар тыуған төйәгенән һәр яҡлап ярҙам тоя. Быны барлыҡ командирҙар билдәләй. Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһендә бренд булып тора. Егеттәребеҙ тыуған төйәге менән ғорурлана, «беҙ — Башҡортостандан!» тиҙәр. Республиканың төрлө яҡлы ярҙамы яугирҙәрҙең күңел торошона, хәрби рухына көслө йоғонто яһай. Улар тылдары ныҡлы, ышаныслы икәнен белә. Яҡындарын, ғаиләһен уйлап, башҡарып бөтмәгән эштәре өсөн борсолалар, әлбиттә. Шуға ла уларға ғаиләләренә, яҡындарына, туғандарына ярҙам күрһәтелеүен белеү үтә мөһим. Был — беренсенән. Икенсенән, полк, батальон, бригадалар командованиеһы, Рәсәй Оборона министрлығы етәкселеге менән дә эште яйға һалдыҡ. Шуға күрә беҙҙең яугирҙәр ярҙамға, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткә бәйле булышлыҡҡа иҫәп тота ала. Был йәһәттән яугирҙәребеҙ, республикабыҙ башҡаларҙан айырыла», — тип өҫтәне Башҡортостандың беренсе вице-премьеры, махсус хәрби операция биләмәһендә төбәгебеҙҙән махсус вәкил Азат Бадранов. Полк командиры мобилизацияланған барлыҡ яугирҙәрҙең фронт һыҙығында булыуын айырып билдәләне. Төрлө урында торһалар ҙа, араларында сиктәр шартлы, сөнки эргәлә — фронт. «Бында дошмандан ун саҡрымға тиклем арауыҡта торабыҙ. Беҙҙең полктың бер нисә батальоны һәм ротаһы иһә миномёт уты килеп етерлек урында — алты саҡрым алыҫлыҡта. Шулай уҡ беҙ көбәкле артиллерияның утлы зонаһында. Мобилизацияланған яугирҙәр, доброволецтар һәм контрактсылар кеүек үк, һөжүмдәрҙә ҡатнаша, аткаларҙы кире ҡаға. Уларҙың барыһы ла бер үк бурыстарҙы атҡара», — ти «Башҡорт». Ул, полк биләмәһе буйлап йөрөгәндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса гуманитар ярҙамдың даими күрһәтелеүе тураһында һөйләне. Уҙған йылдың декабрендә республика етәксеһе менән осрашыуын бәйән итте. «Яңы йыл алдынан Радий Фәрит улы шылтыратып, яугирҙәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы, — ти «Башҡорт. — Шулай уҡ Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов һәм башҡа муниципалитет етәкселәре даими булышлыҡ күрһәтә. Азат Бадранов республика менән бәйләнешкә сығырға ярҙам итә. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә шәп башҡорт айғырҙары ла килтерелде», — ти полк командиры. Архитектор - яуҙа ла "Архитектор" «Башҡорт» нығытмаларҙы күрһәтеп, уларҙы төҙөгәндә етмеш миллиметр ҡалынлығындағы бурса файҙаланылғанын һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бүрәнә ҡайһы саҡта уңайлы түгел — үҙе ауыр, шулай уҡ монтажлағанда күп ваҡытты ала. Ә пилорамала бурсанан алдан әҙерләнгән конструкцияларҙы аҙаҡ 15-20 минут эсендә йыйырға була. Бынан тыш, улар блиндажға ҡаршы миналарҙан һөҙөмтәлерәк һаҡлай. Тиҙ арала йыйылған ошондай конструкциялар авторҙарының береһе — Башҡортостан егете. Ул архитектор булып эшләгән. Ҡушаматы ла шулай. «Махсус хәрби операция биләмәһендә минең һөнәремә ихтыяж ҙур. Бында, аңлауығыҙса, архитектура икенсе төрлө — кешеләрҙең ғүмерен һаҡларлыҡ итеп төҙөү бурысы тора. Мин хәрби кеше түгел, хатта армияла ла хеҙмәт итмәнем. Әммә бында килгәс, яңы бурыстарҙы үтәргә кәрәк. Минең осраҡта улар проектлауға бәйле. Полк командиры идеяларын әйтә, шул нигеҙҙә проекттар эшләйем. Уларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен бергәләп тикшерәбеҙ. Һөҙөмтәлә ныҡлы уйланылған, ышаныслы ҡоролмалар барлыҡҡа килә. Иң мөһиме — шулай алдан барыһын күҙ уңында тотоп, хәрби хәрәкәттәр шарттарын иҫәпкә алып төҙөргә кәрәк», — ти «Архитектор». «Башҡортостан егеттәре һәр эштә ышаныслы. Улар хеҙмәт һөйөүсән, бер ҡасан да зарланмайҙар, йыбанмайҙар. Минеңсә, улар беҙҙән ныҡ айырыла», — ти «Архитектор»ҙың иптәше, Пензанан «Урмансы» ҡушаматлы инженер хеҙмәте начальнигы. «Башҡорт» полктың нисек урынлашҡанын күрһәтеүен дауам итә. Күп нығытмалар әҙер, бер нисәһе әле төҙөлә, ти ул. Ҡайһылары өҫтөнән дрондар һөжүменән һаҡланыу өсөн рабица селтәре һуҙыла. Эргәлә генә — «УАЗ» пикабы. Кузов эсенә ғәҙәти булмаған пулемёт беркетелгән, Баҡтиһәң, Пензанан «Алтын» ҡушаматлы яугир аңлатыуынса, уның нигеҙенә алты пар Калашников автоматы ҡуйылған. Пулемет дрондар менән алышта ҡулланыла. Конструкцияны «Башҡорт» әҙерләгән. «Пулемет, уны «зенитка» тип атау яҡшыраҡ булыр, көбәктәрҙән сиратлап тиҙ-тиҙ ата, шунлыҡтан көслө тауыш сығармай. Атыусы бронялы ышыҡлағыс менән һаҡланыла. Төндә атыу өсөн ялҡын һүндергестәре бар. Бик һөҙөмтәле һәм уңайлы ҡорал», — ти «Алтын». "Хан" ҡотҡарҙы! Полк командиры һалдаттарҙың нисек йәшәгәнен күрһәтеүен дауам итә. Бында «урамдар» һәм «өйҙәр» бар, ти ул йылмайып. — «Урамдар» ғына түгел, «проспекттар» ҙа төҙөгәнбеҙ. Уларға атаманы яугирҙәр үҙҙәре бирҙе. Мәҫәлән, Төҙөүселәр, Еңеү проспекттары, Суворов, Шихандар, Таҙа быуа урамдары бар. Әле иһә беҙ — Урман урамында. Бында сапёр ротаһы урынлашҡан. Ҡайһы бер бүлексәләр окопты тиҙ ҡаҙа, блиндаждар һала, мәҫәлән, элемтәселәр. Ә бына сапёрҙар артта ҡалыусан. Ни өсөн тигәндә, уларҙың буш ваҡыты аҙ, минаһыҙлатыу буйынса заданиеларға даими йөрөргә тура килә, — ти «Башҡорт». Беҙҙең алда — эшләп торған экскаватор. Махсус техникаға Миәкә районынан «Забзиро» ҡушаматлы яугир идара итә. Ер ҡаҙған машинаны бер аҙға туҡтатып тороп, ул әңгәмәләшергә ваҡыт бүлде. «Өскә биш метр майҙанлыҡ блиндажды бер яугир өс-дүрт көн ҡаҙа, ә машина менән был эш бер-ике көндә башҡарыла. Экскаваторға идара итеүе еңел, мин ундай техникала яуға тиклем дә эшләнем, һис ниндәй ҡыйынлығы юҡ. Әммә ҡаҙыу тиҙлеге тупраҡҡа бәйле — уның төрлөһө була. Ҡаты урындар ҙа осрай, тамырҙар ҙа», — ти «Забзиро». «Башҡорт» әйтеүенсә, ысынлап та, экскаватор менән эш тиҙ ырай. Терәк пункттары системаһында траншеялар оҙонлоғо уртаса 20 километрҙан ашыу тәшкил итә. Яугирҙәргә лә ҡулына көрәк алырға тура килә, ә экскаваторһыҙ уларға айырыуса ауыр булыр ине. Полк командиры һүҙҙәренсә, техника хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн генә түгел, һәр саҡ кәрәк. Ул ағас ҡоролма аҫтында торған береһен күрһәтте. «Был — беҙҙең «маталыга» (еңел бронялы бәләкәй тягач). Уларҙы совет заманында шулай атағандар. Ә беҙҙең өсөн улар — «мотылек». Йөктәрҙе барып етеүе ауыр урындарға ташыу өсөн файҙаланабыҙ. Яҙ миҙгелендә хәрби позициялағы яугирҙәргә барлыҡ кәрәк-яраҡты ошо техникала ғына алып барыу мөмкин булды. Әле иһә ер ҡоро, «мотылек» ял итә. Яугирҙәргә кәрәк-яраҡ ташыу өсөн башҡа еңелерәк транспорт төрҙәре файҙаланыла. «Мотылек»тың механик-водителенең эше бик хәүефле. Дошман был техниканы күҙәтеп тора, уны күреү менән ут аса. Таныш булығыҙ, әлеге «мотылек»тың механик-водителе «Кеша». Ул Миәкә районынан. Баҫалҡы, әммә ҡурҡыу белмәҫ яугир. Әле техникаһы ялда булғас, иптәштәре менән бергә ат һарайҙары төҙөү менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, башҡорттарҙың ҡурҡыу белмәүе тураһында. Бер мәл, яҙғы юл өҙөклөгө ваҡытында, беҙҙең «мотылек»тар сафтан сыҡты. Шул саҡта ҡаты яраланған яугирҙе ашығыс эвакуациялау талап ителде. Ошондай мәлдә беҙҙе «Хан» ҡотҡарҙы. Танк йырғыслаған колеялы юлдан «УАЗик»та нисек үткәндер — үҙе генә белә. Уның менән һуңғараҡ танышырмын, бөгөн бүләкләнәсәк», — тип һөйләне «Башҡорт». Мунса инеү режимын боҙһаң — штраф «Бында һеҙ һаҡ взводының нисек урынлашҡанын күрерһегеҙ», — тип экскурсияны дауам итте «Башҡорт». — Командир — һеҙҙең яҡташығыҙ, ҡушаматы — «Старший». Намыҫлы, яуаплы яугир, үҙе бик баҫалҡы. Бөгөн ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән махсус хәнйәр менән бүләкләнде. Республика етәксеһе бында килгәндә «Старший» менән осрашып һөйләште. Бында һеҙ күргәндәрҙең барыһы ла — взводтың хужалыҡ ҡоролмалары, ҡоймалар, биналар, кухня — уның етәкселегендә эшләнгән һәм йыһазландырылған. Элек мин ошонда йәшәнем. Һуңынан икенсе команда пунктына күсергә тура килде». Ә был ваҡытта «Михалыч» ҡушаматлы яугир ашарға бешерә, картуф ҡыҙҙыра ине. Төрлө йәшеллек, кишер, борос тураны. Икмәк, сәй бар. Кухняла барыһы ла өйҙәгесә. «Урманда аппетит шәп, егеттәр һәр саҡ туҡ булырға тейеш», — ти «Михалыч». Бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн урындар ҙа бар. Полк командиры һүҙҙәренсә, һуғыштан һуң яугирҙәр ошонда килеп, стрестан арына. Бындай мәлдәрҙә мунса ла ярҙам итә. «Мунса өсөн айырым яугир яуап бирә. Беҙгә уның нисек эҫе итеп яғыуы оҡшай — хатта һөйәктәр шытырлап киткәндәй була! Ысынында, мунсасының хеҙмәте бик яуаплы ул. Эҫе парҙан һуң яңынан тыуғандай булды. Беҙҙә мунсаға инеү графигы бар. Ул көн һайын иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске алтыға тиклем асыҡ. Һәр кем ваҡытында йыуынып өлгөрһөн өсөн, алдан махсус журналға яҙылып ҡуябыҙ. Режимды боҙһаң — штраф», — ти «Башҡорт». Ул беҙгә медицина пунктын да күрһәтте. Әлегә ул башҡа ҡоролмаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай, ләкин тиҙҙән яңыһы асыласаҡ, тине полк командиры. Башҡорт аттары үҙҙәрен нисек күрһәтер? «Ә бына — аттар. Алда әйткәнемсә, улар хәрби позициялағы яугирҙәргә кәрәк-яраҡ ташыясаҡ. Был маҡсатта «ГАЗ-66» йөк машинаһы һәм квадроциклдар ҙа ҡулланыла ала. Әммә уларҙы дошмандың күреүе бар. Аттарҙа иһә таң менән һиҙҙермәй генә хәрби позицияларға йөктө илтергә мөмкин. Икәүһендә бергә — 200 килограмм самаһы. Иртәнсәк ике рейс яһап өлгөрөргә була. Аттарҙы әлегә һынап ҡына ҡарайбыҙ. Уларҙы атыш, шартлау тауыштарына ла әҙерләргә кәрәк бит. Башҡорт аттары сыҙамлы, көслө, аҡыллы. Уларҙы файҙаланыу тәҡдимен Башҡортостан яугирҙәренең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт әйтте. Тәүҙә был һүҙҙәрҙе көлөмһөрәп ҡабул иткәйнек, унан ҡарашыбыҙҙы үҙгәрттек. Аттарҙың нисек эшләр — һынап ҡарайбыҙ. Барыһы ла һәйбәт булһа, киләсәктә уларҙың һанын унға тиклем арттырырбыҙ тибеҙ. Ветеринарыбыҙ тиҙҙән отпуск ялынан килә. Взвод мал аҙығы менән тәьмин ителгән. Барыһы ла минең контролдә», — тип билдәләне «Башҡорт». Шул уҡ көндә ике яугирҙе генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеләр. Юғары наградаға «Хан» ҡушаматлы майор һәм автомобиль ротаһы бүлексәһе командиры, кесе сержант «Марсель» лайыҡ булды. «Һеҙ был бүләкте хәрби хеҙмәтегеҙ, Тыуған илгә тоғролоғоғоҙ менән яуланығыҙ. Беҙ махсус хәрби операцияла лайыҡлы еңәсәкбеҙ», — тип мөрәжәғәт итте яугирҙәргә уларҙың командиры. «Барығыҙға ла Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтан һәм республика халҡынан рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ — иң ҡатмарлыларҙың береһе. Белегеҙ, барыһы өсөн дә һеҙ — ысын геройҙар. Был ысынлап та шулай. Һеҙгә рәхмәт», — тине бүләкләү тантанаһында Азат Бадранов. ("Башинформ"дан Эдуард Ҡусҡарбәковтың яҙмаһына тәржемә).