Бер йыл элек тап ошо көндә, 4 июлдә яҡташыбыҙ Тамерлан Илһамов үҙенең батырлығын ҡылды. Ул һауаға ҡаршы оборона буйынса хәрби дежурға инә һәм дошмандың һауа разведкаһын алып бара. Егеттәр ракетаға ҡаршы алыш башлай. Хәрби хеҙмәткәрҙең ракета менән атыу шарттарында күрһәткән батырлыҡтары, шулай уҡ үҙенә буйһонған шәхси состав менән грамоталы етәкселек итеүе хәрби расчетҡа дошмандың туғыҙ ракетаһын кире ҡағырға мөмкинлек биргән. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең әүҙем эшмәкәрлеге менән утты үҙҙәренә төбәтәләр. Бөтә боекомплектты тотоноп бөткәс, Тамерлан Илһамов, позицияны алмаштырырға була, һәм был ваҡытта ике ракета зенит комплексына эләгә. Прапорщик хәрби иптәштәре менән бергә һәләк була, ләкин уларҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы, үҙ тормошоноң хаҡы менән улар бөтә подразделениеның шәхси составы һәләк булыуына юл ҡуймай. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия прапорщикы Тамерлан Айсар улы Илһамовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде (үлгәндән һуң). Үҙебеҙҙең Геройҙарҙы онотмайбыҙ. Һеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә. Фото: islamnews.ru