Буҙа - халҡыбыҙҙың яратып ҡулланған милли эсемлектәренең береһе. Уны күптән инде һәр ауылдың иң оҫта ҡатын-ҡыҙҙары ҡоя, кемдер сәләмәтлеге буйынса уны ҡулланһа, икенселәре һатыуға ла етештерә. Бөгөн Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрхәнә инәй Иҫәндәүләтова үҙенең буҙа әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша. - Мин буҙаны башҡалар кеүек геркулес бутҡаһынан түгел, ә туҡ һолонан ҡоям. Башта уны елгәреп алам, аҙаҡ йыуып киптерәм. Артабан ем онтай торған (дробилка) ҡоролмаға һалып онтайым. Шунан уны болғай-болғай быҡтырам, бутҡа кеүек бешерәм. Аҙаҡ уны бер аҙ һыуытырға ҡуям. Һөҙөп алғас, кемдер магазин ҡаймағы һала, ә мин һарыҡ малының эс майын ҡушам. Алдан әҙерләгән "баш"ты (буҙа өсөн әсетке туңдырғыста һаҡлана) ҡойоп, бер аҙ ултыртып ҡоям. Буҙам күпереп тора, тәмле лә була, иң мөһиме - шифалы, - ти Фәрхәнә Мират ҡыҙы. Әйткәндәй, һөҙөп алған ҡалдығын күптәр ташлай, ә ул уны рәхәтләнеп һоло бутҡаһы булараҡ ҡулланам, тине. Һеҙ буҙа яратаһығыҙмы, уны нисек эшләйһегеҙ? Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙең рецептарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле. Автор фотоһы.