Бөгөн Өфөлә Х Рәсәй – Беларусь төбәктәре халыҡ-ара форумы сиктәрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республика парламентына Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы субъекттарының закондар сығарыу органдары делегациялары етәкселәре һәм ағзалары йыйылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев юғары ҡунаҡтарға республика парламенты тарихы, закондар сығарыу эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. – Башҡортостанда пандемия ваҡытында республика һәм муниципаль бюджеттарҙан финансланған учреждениелар мөлкәткә һалымдан азат ителде, – тине Константин Борисович. – Пандемия шарттарында иң аҙ тәьмин ителгән тармаҡтарға ҡараған ойошмалар ҙа шундай уҡ льгота алды. Был тәү сиратта туризм, дөйөм туҡланыу, хеҙмәттәр өлкәһе. Шәхси эшҡыуарҙарға, коронавирус шарттарында зыян күргән һәм һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланған ойошмаларға һалым ставкалары бер нисә тапҡырға кәметелде. Беҙ ирекмәндәргә ярҙам итеү тураһында бер нисә закон ҡабул иттек. Улар өсөн аҡсалата компенсациялар, шулай уҡ һәләк булған осраҡта ғаиләләргә түләүҙәр ҡаралған. Осрашыуҙа шулай уҡ белорус коллегалары менән хеҙмәттәшлек итеү пландарын тикшерҙеләр. – Дуҫ дәүләттәрҙең парламенттары менән дә бәйләнештәрҙе үҫтереү шулай уҡ мөһим, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Бындай бәйләнештәр иҡтисади хеҙмәттәшлек, мәғариф, фән, мәҙәниәт өлкәһендә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыға килтерә. Санкцион баҫым фонында дуҫ илдәрҙә партнерҙар эҙләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлдек. Әлеге ваҡытта депутаттар Гомель өлкә Советы менән тығыҙ бәйләнеш булдыра. Беҙ Өфөлә Гомель делегацияһы менән осрашыу үткәрҙек, яуап сәфәре менән уларға барҙыҡ. Башҡортостандың был белорус төбәге менән хеҙмәттәшлеге әүҙем үҫешә, һәм әлеге форум сиктәрендә беҙ Гомель өлкә Советы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Әммә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән Түбәнге Новгород өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы, шулай уҡ Тыва Республикаһы Ҡоролтайы һәм Юғары Хуралы (парламент) араһында парламент-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу осрашыуҙың төп ваҡиғаһы булды. Түбәнге Новгород яғынан өлкәнең Закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе Евгений Люлин, Башҡортостан-Тыва документында ҡул тамғаһын Юғары Хурал рәйесе Кан-оол Тимур улы Даваа ҡуйҙы. Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай исеменән эш итте. Яҡтар иҫтәлекле сувенирҙар менән алмашты. Бынан тыш, Константин Толкачевҡа Тываның йөҙ йыллығы уңайынан юбилей миҙалы тапшырылды. Шулай уҡ коллегалары өсөн экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар Ҙур ултырыштар залы менән танышты, парламентаризм тарихы музейында, Башҡортостан Республикаһының рәсми символдары залында булды.