Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетында “Университет сменалары” тип исемләнгән йәйҙең иң күләмле проекты старт алды. Был проект сиктәрендә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығының ведомство аҫтындағы 50 юғары уҡыу йорттары үҙҙәрендә 14 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балаларҙы ҡабул итә. Ойоштороусылар рәтендә икенсе йыл рәттән Өфө университеты ла бар. Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 550-ләп баланы ете ун көнлөк сменаға ҡабул итәсәк. Улар өсөн ҡыҙыҡлы лекциялар, экскурсилар, оҫталыҡ дәрестәре, квестар, концерттар ойоштороласаҡ. -Өфө университеты йәш ҡунаҡтар өсөн барлыҡ уңайлы шарттарҙы тыуҙырырға әҙер. Улар өсөн Өфөлә ике уңайлы ятаҡ, Башҡоростандың экологик таҙа райондарынада ике күркәм ял базаһы әҙерләнгән. Ҡыҙыҡлы һәм бай мәҙәни , белем биреү программалары әҙерләнде. Барлыҡ ете смена ла ҡунаҡтарыбыҙ күңелендә сағыу тәьҫораттар ҡалдырыр, республикабыҙ һәм университет менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирер, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар һәм яңы дуҫтар табырға ярҙам итер тип ышанам. Әгәр араларында беҙҙең республикала уҡыуҙарын дауам итергә теләүселәр булһа, беҙ шат буласаҡбыҙ, -тине Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров. Бер смена тулыһынса Өфөлә үтәсәк, өсәр смена ҡалала һәм университеттың ике ял базаһында ойошторола. Күңел асыу сараларынан тыш башҡорт мәҙәниәте йолалары, көнкүреше менән танышасаҡтар. Шулай уҡ һәр көндө ижади түңәрәктәр , спорт секциялары була, психологтарҙан консультация алыу мөмкинлеге лә бар. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.